Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
10 Ғинуар 2023, 13:30

Хәмзә хәҙрәт менән осрашыу

Яугирҙәрҙең яҡындары уларҙың сәләмен алды...

Хәмзә хәҙрәт менән осрашыу
Хәмзә хәҙрәт менән осрашыу

Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ янында булған Хәмзә хәҙрәт Хафизовты барыһы ла яҡшы белә. Әлеге ваҡытта ул тыуған яғыбыҙға ялға ҡайтты. Ҡыҫҡа ялы үтеп тә бара инде. Әммә Хәмзә хәҙрәт кешеләр менән осрашыуҙарға ла ваҡыт тапты. 

Бөгөн ул район хакимиәтендә яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең яҡындары менән осрашты. Орашыуҙы раайон хакимиәте башлығының урынбаҫары Айнур Кәримов алып барҙы. Халыҡтың һорауҙарына башҡа белгестәр ҙә яуап бирҙе.  

Иң күп һорауҙар түләүҙәргә, льготаларға ҡағылды. Был йәһәттән район хакимиәтенең юрисы Зөлфиә Батыр ҡыҙы яуап бирҙе. Шулай уҡ гуманитар ярҙам ебәреү, уның ир-егеттәргә барып етеүе тураһында һүҙ ҡуҙғатылды.

Хәмзә хәҙрәт беҙҙең ир-егеттәрҙең батырлығы тураһында һөйләне, уларҙың ҡайнар сәләмен еткерҙе. 

Хәмзә хәҙрәт менән айырым әңгәмәне, осрашыуҙа яңғыраған һорауҙарға яуаптарҙы <Һаҡмар> гәзитенең ошо аҙналағы һанында уҡырһығыҙ. 

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: