Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
27 Декабрь 2022, 10:30

Оператив кәңәшмәнән

Иң мөһиме – беҙҙең Баймаҡ ир-егеттәренең күңеле көр, улар үҙҙәренә иң кәрәкле булған әйберҙәрҙе алып һөйөнгән һәм беҙгә ҡайнар сәләмдәрен еткергән...

Оператив кәңәшмәнән
Оператив кәңәшмәнән

Район башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батырҙарыбыҙға киләһе ярҙам тураһында уйлай башланы...

2022 йылдың һуңғы оператив кәңәшмәһендә төрлө мәсьәләләр күтәрелде.

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса 198 шылтыратыу алынып, барыһы ла тейешле контролгә алынған.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Яңы йыл каникулына әҙер булырға тейешле бар хеҙмәттәрҙән отчет алды. Халыҡты йылылыҡ, һыу, ут менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә, был йүнәлештәрҙә киҫкен хәлдәргә юл ҡуймауға ныҡлы иғтибар бирелде. Шулай уҡ юлдарҙы таҙартыу техникаһы ла һәр саҡ әҙер булырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Әлеге ваҡытта ДРСУ-ның 23 берәмек техникаһы тулыһынса әҙер. Был өлкәлә үҙгәрештәр ҙә көтөлә икән. Баймаҡ ДРСУ-һын “эреләтеү” йәғни беҙҙең предприятиеға Хәйбулла һәм Йылайыр райондарының юл-ремонтлау ойошмаларының ҡушылыуы көтөлә. Фәнис Ғәбдрәшит улы әйтеүенсә, киләһе йылда был йүнәлештә районыбыҙҙа ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ.

Баймаҡ АТП-һы начальнигы Ирек Артыҡаев һүҙҙәренсә, Яңы йыл каникулында Магнитогорск, Сибай ҡалалары, Темәс яғына автобустар маршруттары көсәйтелә. Был халыҡтың ошо йүнәлештәрҙә күп йөрөүенә бәйле.

Мәҙәниәт, спорт бүлектәре оҙайлы ялда халыҡ өсөн ниндәй саралар ойошторолоуы хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Район мәғариф бүлеге лә балаларҙың ҡышҡы каникулы файҙалы һәм күңелле үтһен өсөн бай программа әҙерләгән ине.

Район башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балаларына һәм яҡындарына ныҡлы иғтибар булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Ә балалар өсөн район башлығының Шыршы байрамы үтәсәк.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Фәнис Ғәбдрәшит улының Луганск өлкәһенә гуманитар ярҙам менән барып ҡайтыуы, ундағы хәлдәр, һуғышты үҙеңдә тойоуҙы нисек булыуы хаҡында һөйләүен иғтибар менән тыңланы. Иң мөһиме – беҙҙең Баймаҡ ир-егеттәренең күңеле көр, улар үҙҙәренә иң кәрәкле булған әйберҙәрҙе алып һөйөнгән һәм беҙгә ҡайнар сәләмдәрен еткергән. Район башлығының гуманитар ярҙам менән алғы һыҙыҡҡа тиклем барып етеүе, шәүләгә әүерелгән ҡала, Баймаҡ яугирҙәренең нимә тураһында хыялланыуы, киләһе ярҙамға баймаҡтарҙың ниҙәр әҙерләүе һ.б. хаҡындағы әңгәмәһен “Һаҡмар” гәзитенең ошо йома йәғни 30 декабрҙә сыҡҡан һанында уҡый алырһығыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: