Ватан һағында
20 Декабрь 2022, 07:20

Яугирҙәребеҙгә - сираттағы ярҙам

Таң менән алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ гуманитар ярҙамды Фәнис Әминев үҙе алып китәсәк. Район башлығы был юлы ла ир-егеттәребеҙҙе күреп, уларҙың хәлдәрен, уй-теләктәрен ишетергә, баймаҡтарҙың ҡайнар һәм һағынышлы сәләмдәрен шәхсән үҙе еткерергә теләүен белдерҙе...

Яугирҙәребеҙгә - сираттағы ярҙамЯугирҙәребеҙгә - сираттағы ярҙам
Яугирҙәребеҙгә - сираттағы ярҙам

Оператив кәңәшмә

Баймаҡтан – яугирҙәребеҙгә сираттағы ярҙам

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән оператив кәңәшмә аҙналыҡ хәл-ваҡиғаларға анализ менән башланды. Дежур-диспетчер хеҙмәтенә килгән күпселек шылтыратыуҙар торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағылған. Улар буйынса сара күрелгән.

Мәшғүллек үҙәге директоры хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта 178 эшһеҙ теркәүҙә тора. Был уҙған йылға ҡарағанда кәмерәк. Шул уҡ ваҡытта 388 вакансия ла бар. Шулай уҡ быйыл 1127 кеше эшкә урынлаштырылған. АСПК программаһы буйынса 22 граждан эшләй. Мәғлүм булыуынса, был программаға ярашлы үҙ эшеңде башлап ебәреүгә хөкүмәт тарафынан 350 мең һум аҡса бирелә.

Граждандарҙы обороналау һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире Салауат Ярҡынбаев ауыл биләмәләре буйынса үткәрелгән рейдтар тураһында һөйләп үтте. Уға ярашлы, ойошма-учреждение етәкселәре ауыл биләмәһе башлыҡтары, янғын хеҙмәте, урындағы белгестәр менән берлектә хәүеф төркөмөнә ингән йорттарҙың янғын хәүефһеҙлеген тикшерергә тейеш ине. “Был эш башҡарыла, әммә рейдтар үткәрмәгән етәкселәр ҙә бар әле. Ошо аҙнала уны тамамлау мөһим. Яңы йылды беҙ әҙер ҡаршыларға тейешбеҙ. Сөнки оҙайлы ялда бәхетһеҙ осраҡтар булмаҫҡа тейеш”,-тине Салауат Рафаэль улы.

Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлетов район-ҡалала киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙарға дусарға булғандарҙың ҡырҡа артыуы тураһында әйтеп үтте. Бер аҙна эсендә медицина ярҙамына 5785 кеше мохтаж булған, шуларҙың 2246-һы – балалар.Стационар дауаланыуға ебәрелгән 120 кешенең 29-ы – балалар. Таһир Вилүр улы кеше үтә күп булыуы сәбәпле, балалар консультацияһына бер кескәйҙе бер оло кеше оҙатып инергә тейешлеге хаҡында әйтеп үтте. “Халыҡ быны аңлап ҡабул итһә ине”,-тин баш табип. Ысынлап та, ҡайһы саҡта балалар консультацияһының коридорында ауырыу балаларға ҡарағанда уларҙың ата-әсәһе күберәк йыйылып китә. Был медицина хеҙмәткәрҙәренә лә, ҡабул итеүҙе көткәндәргә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев баш табипҡа Яңы йыл каникулында поликлиниканың эш графигын матбуғат сараларына мотлаҡ бирергә ҡушты. “Байрам булһа ла, кешеләр табиптар ярҙамына мохтаж. Кемдер ҡапыл ауырып китә, бәхетһеҙ осраҡтар ҙа була. Шуға күрә халыҡ табиптарҙың нисек эшләүен белергә тейеш”,-тине.

Әйткәндәй, хәҙер ҡала поликлиникаһында һәм балалар консультацияһында табиптар шәмбе көнө лә киске туғыҙға тиклем эшләй. Ә йәкшәмбе көндәрендә врачтар өйгә саҡыртҡан ауырыуҙар янына бара. Был эш графигы һуңғы осор ауырыуҙар күбәйеүе сәбәпле индерелгән.

Мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Ленера Аралбаева район хакимиәте сайтына һәм район башлығының битләүегенә килгән һорауҙарға, төрлө мәсьәләләргә һәм “Инцидент-менеджмент” аша башҡарылған эштәргә анализ яһаны. Уның буйынса халыҡ иң күбе юл, торлаҡ-коммуналь хужалығы, төҙөкләндереү, газ үткәреү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт иткән.

Район башлығының урынбаҫары Айнур Кәримов гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса сығыш яһаны. Был йәһәттән район башлығы Фәнис Әминев һәр етәксе, һәр ойошма менән айырым эшләргә һәм уның һөҙөмтәһе буйынса айырым һөйләшеү буласағын белдерҙе.

Яңы йылға әҙерлек мәсьәләһе күтәрелгәс, район башлығы төп иғтибар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балаларына һәм яҡындарына йүнәлтергә тейешлеген белдерҙе. Шуға күрә аталары яуҙа булған ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн матур Шыршы байрамы әҙерләнә. Ул район башлығы ҡатнашлығында үтәсәк.

Фәнис Ғәбдрәшит улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр өсөн сираттағы гуманитар ярҙам әҙерлеген белдерҙе. “Тотош район, предприятие-ойошмалар менән бер КАМАЗ ярҙам әҙерләнде. Айырыуса эшҡыуарҙарға рәхмәт. Ир-егеттәргә йылыныу өсөн “буржуйка” мейестәр һәм башҡа бик кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Яугирҙәребеҙҙе Яңы йыл алдынан һөйөндөрәсәкбеҙ, тип уйлайбыҙ. Ғөмүмән, яугирҙәрҙе һәм уларҙың яҡындарына беҙ һәр саҡ хәстәрләргә тейешбеҙ. Ул йәһәттән Семеновск руднигын билдәләп үткем килә. Улар яугирҙәрҙең яҡындарының хәл-әхүәлен аҙна һайын белешә, ярҙам итә. Бынан тыш улар яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәреүҙә лә ныҡ әүҙем”,-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Таң менән алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ гуманитар ярҙамды Фәнис Әминев үҙе алып китәсәк. Район башлығы был юлы ла ир-егеттәребеҙҙе күреп, уларҙың хәлдәрен, уй-теләктәрен ишетергә, баймаҡтарҙың ҡайнар һәм һағынышлы сәләмдәрен шәхсән үҙе еткерергә теләүен белдерҙе.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас