

Башҡортостан Хөкүмәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын шифаханаларҙа һәм башҡа һауыҡтырыу ойошмаларында бушлай ял иттереү тәртибен раҫланы. Тейешле ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Рәсми документтан күренеүенсә, юллама менән ирекле батальон яугирҙәренең һәм өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылғандарҙың 15 йәшкә тиклемге балалары файҙалана ала.
Ярҙам сараһын алыу өсөн ғариза, ата-әсәнең йәки опекундың паспорты, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы, уҡыған урындан һәм хәрби статусты раҫлаған белешмәләр кәрәк.
Путевка йылына бер тапҡыр бирелә.
Бынан алда 2023 йылда Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың шифахана-курорт ялына 100 миллион һумға яҡын бүленеүе тураһында хәбәр ителгәйне.