

"Күмәкләгән -яу ҡайтарған. Берҙәмлектә -көс, тигән фәһемле мәҡәлдәргә таянып, өлөшләтә мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙға, уларҙың туғандары ғына түгел, ә бөтә район халҡы һәр яҡлап ярҙам итергә, терәк булырға тырыша. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы иғлан иткән"Йөрәк йылыһы"акцияһына Таулыҡай ауылы ағинәйҙәре лә ихлас ҡушылды. Был юлы улар хәрби операцияла ҡатнашыусы ир -егеттәргә 14 пар йылы ойоҡбаштар бәйләне. "Изге уйҙа, изге ниәттә бәйләнгән ойоҡбаштар ҡышҡы һалҡындарҙа егеттәребеҙҙең аяҡтарын йылытһын, тыуған яҡ сәләме булып барып етһен"-тигән изге теләктәрен дә еткерҙе улар. Сарала шулай уҡ хажиә Зифа Ғүмәрова хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең тыуған яҡтарға иҫән - һау ҡайтыуҙарын теләп доғалар бағышланы.Инәйҙәрҙең аяҡ -ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын, иң мөһиме, йорт -илебеҙ тыныс булһын, тип теләйһе ҡала.
Альбина Байегетова.