Ватан һағында
9 Декабрь 2022, 09:45

Батырға ла ял кәрәк

Шайморатовсылар ҡыҫҡа ваҡытлы ялға сығарылған...

Батырға ла ял кәрәкБатырға ла ял кәрәк
Батырға ла ял кәрәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 декабрҙә үҙенең телеграм-каналында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәрен фронт һыҙығынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға сығарыуҙарын хәбәр итте. Уларҙың һаулығын тикшереү өсөн табиптар ебәрелгән.

«Әле Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына командировкаға килгән табиптар — кардиолог, ультратауыш диагностикаһы табибы (УЗИ, ЭКГ), травматолог-ортопед, оториноларинголог, офтальмолог, хирург, шәфҡәт туташтары ҡабул итә. Бер нисә көндән уларға республиканан күсмә стоматология комплексы һәм төрлө йүнәлешле стоматологтар ҡушыла, — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. — Вәғәҙә иткәнебеҙсә, хәрбиҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ».

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас