Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Ноябрь 2022, 12:15

Беҙ бергә!

Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә хәйриә концерты үтте...

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!

Халыҡ ижадында бөтә яҡтан да әһәмиәтле булған һәм тәрән йөкмәткеле концерт үтте. Ул - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә арналды. Концерттан килгән аҡса ла яугирҙәребеҙгә ебәреләсәк.

Концертта Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Сибәғәтуллин, "Буранбай" триоһы, халыҡ ижады үҙәге артистары һәм ижади коллективтары сығыш яһаны.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев: " Был махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү өсөн ойошторолған хәйриә концерты. Концертҡа килеп, беҙҙең батырҙарыбыҙға теләктәшлек белдергән һәр кемгә рәхмәт!"-тип барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: