

Яугирҙең исеме мәңгеләштерелде
Украинала барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ, һауа-десант ғәскәрҙәренең гвардия майоры Игорь Сергеевич Волошкинға ул тамамлаған 2-се мәктәптә мемориаль таҡтаташ асылды.
Тарихи сарала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, яугирҙең атаһы Сергей Петрович, әсәһе Наталья Васильевна, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты.
Игорь Волошкин 1984 йылдың 21 мартында донъяға килә. 2005 йылда Рязань һауа-десант ғәскәрҙәренең юғары хәрби гвардия училищеһына уҡырға инә. Десент-һөжүм полкының парашют-десант батальоны командирының урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Өйләнгән, уның өс кескәй балаһы ҡалды. 38 йәшендә батырҙарса һәләк булған гвардия майоры Игорь Волошкин үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ була.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев батыр ул үҫтергән өсөн Волошкиндарға оло рәхмәтен әйтеп үтте һәм бар ҡаһармандарыбыҙ мәңге беҙҙең йөрәктә буласағын белдерҙе.
Хөрмәт Хәмитов хәрби бурысына тоғро ҡалып, батырҙарса һәләк булған Игорь Волошкиндың исемен мәңгеләштереүгә көс һалыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.
Мәғариф ветераны Ангелина Васючкова хәтирәләргә бирелеп: “Мин Игорь Волошкинды кисә генә парта артында ултырған һымаҡ күрәм. Ҡыйыу, ысын иптәш була белгән бик шәп егет ине. Бала сағынан хәрби булырға хыялланды. Сығарылыш имтихандарын яҙғанда уларҙың класына Бөйөк Ватан һуғышы темаһы эләкте. Һәр был балаларҙың барыһы ла: “Әгәр Тыуған илебеҙгә дошман янаһа, беҙ ҙә илебеҙ өсөн йәнебеҙҙе аямай һуғышырға әҙербеҙ”,-тип яҙған ине. Ҡәҙерле балалар, был мәктәптән Игорь кеүек бик күп билдәле шәхестәр сыҡты. Һеҙ уларҙы бер ҡасан да онотмағыҙ. Ә һәләк булғандарҙың ата-әсәһен бер ҡасан да иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Юғалтҡан улдары урынына уларҙың балаһындай булығыҙ, йөрәк йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ”,-тине.
Мемориаль таҡтаташ асылғандан һуң сарала ҡатнашыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән Игорь Волошкинды һәм бар батырҙарыбыҙҙы иҫкә алды.
Гүзәл Салихова.
Ленера Аралбаева фотоһы.