Ватан һағында
18 Ноябрь 2022, 03:35

ҺИНЕ КӨТӘ ТЫУҒАН ЯҠ!

Егеттәргә теләктәр теләп ауыл биләмәһе башлығы Әлфирә Самат ҡыҙы, имам-хатип Фәрит ағай Таштимеров, ветерандар советы рәйесе Виталий Меркурий улы сығыш яһап үтте. Ағинәйҙәр һәм "Өй йәме" түңәрәге ҡатын-ҡыҙҙары әрмегә оҙатыу йолаһын башҡарҙы...

ҺИНЕ КӨТӘ ТЫУҒАН ЯҠ!ҺИНЕ КӨТӘ ТЫУҒАН ЯҠ!
ҺИНЕ КӨТӘ ТЫУҒАН ЯҠ!

Ил һағына уяу баҫыр өсөн,

Әрмеләргә китә егеттәр.

Билдәрендә яҫы ҡайыштар

Аяҡтарҙа кирза итектәр.

Ысын ир–егеттәр булырҙар,

Иңдәренә погон тағырҙар.

Үҙ бурысын намыҫ менән үтәп,

Тыуған ерҙәренә ҡайтырҙар.

Әрмеләргә китә егеттәр,

Илебеҙҙе ныҡлы һаҡларҙар.

Күңелдәрҙә йәшәй ышаныс,

Ир намыҫын улар аҡларҙар.

Илүзә ӘХМӘТОВА

 

Түбә ауылы мәҙәниәт йортонда, әрме сафына бара торған егеттәр өсөн, "Иҫән йөрөп, имен ҡайт, һине көтә тыуған яҡ", тип исемләнгән бик матур, фәһемле сара үтте. Егеттәргә теләктәр теләп ауыл биләмәһе башлығы Әлфирә Самат ҡыҙы, имам-хатип Фәрит ағай Таштимеров, ветерандар советы рәйесе Виталий Меркурий улы сығыш яһап үтте. Ағинәйҙәр һәм "Өй йәме" түңәрәге ҡатын-ҡыҙҙары әрмегә оҙатыу йолаһын башҡарҙы. "Рябинушка" вокал ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары, мәктәптең 7-се класс уҡыусылары (етәкселәре Зифа Нуриман ҡыҙы) уҡытыусы Дилә Әҙеһәм ҡыҙы 7-се һәм 8-се класс уҡыусылары менән берлектә, ағинәйҙәр һәм "Өй йәме" түңәрәге ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең музыкаль бүләге менән кисәгә йәм өҫтәне.

Сарабыҙҙың икенсе өлөшө булып, буласаҡ һалдаттарҙың әрме сафына әҙерлектәрен тикшереп, 9-сы класс егеттәре менән командаларға бүлеп, ярыштар ойошторолдо.

Егеттәргә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, ә ата-әсәләренә сабырлыҡтар теләп, Алла бирһә бер йылдан ҡыуанып ҡаршы алыуҙарын теләйбеҙ!”-тип хәбәр итте түбәләр.

Беҙ ҙә аҫыл егеттәребеҙҙең Ватан алдындағы бурысын үтәп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас