Ватан һағында
10 Ноябрь 2022, 08:05

Һине көтәбеҙ, улым!

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариатынан бөгөн ун бер егет хәрби хеҙмәткә саҡырылды. Улар араһынан Әбделкәрим ауылынан Умар Кахруманов та бар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Беҙҙең ғаиләлә минең дә, иремдең дә хәрби билеты бар, - тине Әбделкәримдән улы Умарҙы оҙатыусы Мәликә Кахруманова. - Шулай булғас, бөтәбеҙҙең дә хәрби билеты булырға тейеш. Әле улымдың имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләйем. Ағаһынан һуң сират бәләкәс улыма ла сират етәсәк. Әйткәндәй, Әбделкәримдә кисә улымды саҡырып, “Һалдатҡа оҙатыу” кисәһен үткәрҙеләр. Ауыл хакимиәте, Әлфиә Урманова етәкселегендәге “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары матур сара ойошторҙо. Улыма изге теләктәрен әйтеп, бетеү, бер ус тупраҡ һәм кипкән мәтрүшкә һалынған моҡсай, аҡ еп тапшырҙылар. Умар уларҙың барыһын да изге ҡомартҡы итеп һалып алды.

Һине көтәбеҙ, улым!
Һине көтәбеҙ, улым!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас