Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариаттан ун бер егет хәрби хеҙмәткә юлланды. Оҙатыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та ҡатнашты.
- Ата-бабаларҙан беҙгә изге аманат ҡалған – Ватанға хеҙмәт итеү, - тине ул. - Баймаҡтар уға һәр ваҡыт тоғролоҡ һаҡлай. Хәрби хеҙмәткә алынған егеттәргә, уларҙың ата-әсәләренә ғорурлыҡ менән ҡарайбыҙ. Улдарыбыҙҙың баймаҡтарса, иҫән-һау хеҙмәт итеп, тиҙерәк тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ.
Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов: «Егеттәр, өлгөлө хеҙмәт итеп ҡайтырға һүҙ бирҙегеҙ. Һеҙҙе бер йылдан бөтәгеҙҙе лә көтөп ҡалабыҙ», — тине.
Басайҙан Рәйлә һәм Фуат Сабитовтар ҙа изге теләктәре менән улдары Фәнгизде хәрби хеҙмәткә оҙатты. “Өс улыбыҙ, бер ҡыҙыбыҙ бар, - тине улар. - Әле икенсе улыбыҙға армияға сират етте. Изге теләктәребеҙ менән оҙатып, уның имен-аман әйләнеп ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ”.
Хәрби хеҙмәткә юлланған барлыҡ егеттәребеҙҙең Баймаҡ намыҫына тап төшөрмәй, өлгөлө хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырҙар, тип ышанабыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте "Һаҡмар" гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.