Ватан һағында
8 Ноябрь 2022, 07:22

Пензанан ҡайнар сәләм!

Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев Пензала хәрби әҙерлек үткән яҡташтарыбыҙҙың хәлен белеп ҡайтты.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев Пензала хәрби әҙерлек үткән яҡташтарыбыҙҙың хәлен белеп ҡайтты.

«Кисә Сибайҙан, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан хеҙмәттәштәрем менән бергә мобилизацияланған егеттәрҙең хәлен белештек.

Улар менән аралашып, күңелдә Ватанды һаҡларға әҙер булған баймаҡтар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙы. Егеттәр дәртле, рухлы, үҙҙәре өсөн борсолмаҫҡа ҡуштылар, еңеү менән ҡайтырға вәғәҙә бирҙеләр.

Хәҙер хәрби тәжрибәне яңыртырға, офицерҙар һәм остаздар биргән материалды мөмкин тиклем «һеңдерергә» кәрәк.

Алда - еңел булмаған мәсьәләләр, ләкин яугирҙарыбыҙ уларҙы намыҫ менән үтәйәсәк. Ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырҙар. Ысын күңелдән уларға быны теләйем!» — тип уртаҡлашты социаль селтәрҙә етәксе.

Сығанаҡ: район хакимиәте башлығы Ф.Әминевтыңсәхифәһенән алынды.

Пензанан ҡайнар сәләм!
Пензанан ҡайнар сәләм!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас