+24 °С
Ямғыр
Әлеге ваҡытта илебеҙҙә барған махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ишбирҙе ауылы егете Рөстәм Әхмәт улы Дәүләтбирҙин "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградланды. Рөстәм Дәүләтбирҙинды ауылдаштары эште аҙағына ҡәҙәр еткереп үтәгән, етди, һүҙендә тора белгән, көслө характерлы ысын ир-егет, тип баһалай.
Намыҫлы Ватан һаҡсыһын юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ!
Имен һау йөрө, балаҡай!