Ватан һағында
20 Октябрь 2022, 06:20

4G бәйләнеше ҡайҙа урынлаштырылыр?

Республика халҡы 2023 йылда 4G мобиль бәйләнеше ҡайҙа барлыҡҡа килеүен үҙҙәре һайлап аласаҡ. «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» федераль программаһы буйынса беҙ 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттар тулы мобиль элемтә һәм интернет менән тәьмин ителәсәк. Ә бына сират Дәүләт хеҙмәттәре порталында (ГОСУСЛУГИ)  тауыш биреү юлы менән билдәләнә. Әле барған яңы этап яңы этап 12 ноябргә тиклем дауам итә һәм 2023 йылдың аҙағына тиклем элемтә һәм интернет барлыҡҡа киләсәк 117 тораҡ пунктты билдәләйәсәк.  

4G бәйләнеше ҡайҙа урынлаштырылыр?4G бәйләнеше ҡайҙа урынлаштырылыр?
4G бәйләнеше ҡайҙа урынлаштырылыр?

Республика халҡы 2023 йылда 4G мобиль бәйләнеше ҡайҙа барлыҡҡа килеүен үҙҙәре һайлап аласаҡ. «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» федераль программаһы буйынса беҙ 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттар тулы мобиль элемтә һәм интернет менән тәьмин ителәсәк. Ә бына сират Дәүләт хеҙмәттәре порталында (ГОСУСЛУГИ)  тауыш биреү юлы менән билдәләнә. Әле барған яңы этап яңы этап 12 ноябргә тиклем дауам итә һәм 2023 йылдың аҙағына тиклем элемтә һәм интернет барлыҡҡа киләсәк 117 тораҡ пунктты билдәләйәсәк.

Былтыр тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, программаға республиканың 130 ауылы ингән. Уларға 2023 йылдың беренсе кварталында интернетлы бәйләнеште тоташтырыу тамамланыуға табан бара. 

2021 йылда «Арзан интернет» республика программаһы буйынса 23,5 мең ғаиләлә - 250-нән 500-гә тиклем кеше йәшәгән 267 тораҡ пунктта йәшәүселәрҙә Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Проекттың дөйөм бюджеты - ярты миллиард һум самаһы, шуның яртыһы - элемтә операторы яғынан берлектә финанслау. Ошо программа буйынса тораҡ пункт эсендә файҙаланыу нөктәһе булған оптик элемтә линияларын төҙөлә, йорттарға интернет бушлай индерелә.

Интернет беҙҙең тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Ул булмаған ауылдар һүнеп ҡалған кеүек. Шуға артабан да ошо йүнәлештә эш дауам итәсәк. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә белдерҙе. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас