

- Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация әле планға ярашлы дауам итә. Илдең бар төбәктәрендә быға ваҡыт төрлөсә бүленгән һәм уны үтәмәүгә сәбәптәр юҡ. Беҙ был сараны 28 октябргә ҡарай, дөйөм мобилизация тамамланғанға тиклем туҡтатасаҡбыҙ. Артабан ул планды арттырып үтәү техник яҡтан мөмкин түгел. Айырым билдәләнгән хәрби частар формалаша, уларҙағы штаттан күберәк кешене йәлеп итеп булмай, - тип һөйләне ул «Бизнес ФМ Уфа»ға биргән интервьюһында.
Республика етәксеһенең, хакимиәт башлыҡтарының һәм бар структураларҙың мөнәсәбәте һөҙөмтәһендә киҫкен һорауҙар хәл ителә, ялыу һәм мөрәжәғәттәр кәмегән.
Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары илдә өлөшләтә мобилизацияның тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Тик РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, быға Владимир Путиндың айырым указын булдырыу планға индерелмәгән. Үҙҙәренә ҡуйылған бурысты үтәгән төбәктәр мобилизацияны туҡтатҡан.