Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ватан һағында
19 Октябрь 2022, 11:15

Мобилизациялауға алынған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам

Штабтың ирекмәндәре түбәндәге йүнәлештәр буйынса эшләй: иң тәүге көнкүреш әйберҙәрен, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеү, йорт һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашыу һ.б.

Мобилизациялауға алынған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙамМобилизациялауға алынған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам
Мобилизациялауға алынған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк һәм урындарҙағы бүлексәләрендә М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй башланы. Ул өлөшләтә мобилизациялауға алынған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында булдырылды.

Штабтың ирекмәндәре түбәндәге йүнәлештәр буйынса эшләй: иң тәүге көнкүреш әйберҙәрен, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеү, йорт һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашыу, юридик һәм психологик ярҙам күрһәтеү.

Баймаҡта ирекмәндәр штабына 8(34751)2-24-06 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Әлибаев урамы, 55 а, 2-се ҡат.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас