Ватан һағында
19 Октябрь 2022, 16:06

"Һеҙ - Ватаныбыҙ һаҡсылары, беҙҙең ышаныслы терәгебеҙ!"

Шулай тине тантаналы митингта сығыш яһап район башлығы Фәнис Әминев.

"Һеҙ -Ватаныбыҙ һаҡсылары, беҙҙең ышаныслы терәгебеҙ!""Һеҙ -Ватаныбыҙ һаҡсылары, беҙҙең ышаныслы терәгебеҙ!"
"Һеҙ -Ватаныбыҙ һаҡсылары, беҙҙең ышаныслы терәгебеҙ!"

"Һеҙ -Ватаныбыҙ һаҡсылары, беҙҙең ышаныслы терәгебеҙ!"
Шулай тине тантаналы митингта сығыш яһап район башлығы Фәнис Әминев
Бөгөн Баймаҡтан Пенза ҡалаһына йәнә бер төркөм Ватан һағына юлланды.Мобилизацияланған ир-егеттәрҙе оҙатыу тантанаһы Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариаты алдында ойошторолдо.
Буласаҡ яугирҙәр, уларҙың яҡындары һәм ҡала-район халҡы алдында сығыш яһап, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев шулай тип белдерҙе: "Һеҙ - беҙҙең ышанысыбыҙ, ныҡлы терәгебеҙ!Ватан һағына баҫҡан ир-егеттәр ысын геройҙар улар!Һеҙ үҙ алдығыҙға ҡуйылған бурысты намыҫлы үтәрһегеҙ, тыуған яҡҡа имен-һау ҡайтырһығыҙ тип ышанам".
Хәрби хәрәкәттәр ветераны, афған яуын үткән Юлай Самарбаев Ватан
һаҡсыларына иң изге теләктәрен еткерҙе, һынатмаҫтарына ышаныс белдерҙе.
Буласаҡ яугирҙәргә райондың имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин һәм священник Роман фатихаларын бирҙе.
Имен-һау тыуған яҡтарығыҙға әйләнеп ҡайтығыҙ, Ватан һаҡсылары!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас