+24 °С
Ямғыр


Баймаҡ ҡалаһынан Зәлифә Ғайсина “Һаҡмар” гәзите ойошторған “Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!” акцияһына ихлас ҡушылыуын белдерҙе. Ул 5 пар ойоҡбаш бәйләп килтерҙе. “Мин дә яҡташ яугирҙәребеҙгә үҙемдең күңел йылыһын өләшергә теләйем, - тине ул, - егеттәребеҙ Ватан һағынан имен-һау әйләнеп ҡайтһын, беҙ һеҙҙе тыуған ерегеҙҙә көтәбеҙ!”
Афарин, Зәлифә апай!