Ватан һағында
18 Октября 2022, 05:45

Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!

Баймаҡ районы халҡы Украиналағы хәрби операцияға юлланған яҡташтарыбыҙға ярҙам йөҙөнән ойошторолған акцияларға ихлас һәм дәррәү ҡушылды. Ауылдарҙа айырым фонд булдырылып, бөгөн дә был изге һәм мөҡәддәс эш дауам итә. Ишей ауылы халҡы икенсе тапҡыр инде ярҙам ылауы оҙата. “Һаҡмар” гәзите редакцияһы ойошторған “Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!” акцияһына улар әүҙем ҡушылды. Был юлы улар ойоҡбаштар, бейәләй һәм бирсәткәләр, кейем-һалым һәм аҙыҡ-түлек йыйып тапшырҙы.Был акциянан хатта Ишей башланғыс мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы – улар ҙа төрлө кәрәк-яраҡ әҙерләгән. Буранбай ауылы халҡы бындай ярҙамды даими ойоштора. Был юлы ауыл ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары ойоҡбаш, бейәләй һәм бирсәткәләр бәйләп тапшырҙы.

Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!
Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!

Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!

Баймаҡ районы халҡы Украиналағы хәрби операцияға юлланған яҡташтарыбыҙға ярҙам йөҙөнән ойошторолған акцияларға ихлас һәм дәррәү ҡушылды. Ауылдарҙа айырым фонд булдырылып, бөгөн дә был изге һәм мөҡәддәс эш дауам итә.

Ишей ауылы халҡы икенсе тапҡыр инде ярҙам ылауы оҙата. “Һаҡмар” гәзите редакцияһы ойошторған “Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!” акцияһына улар әүҙем ҡушылды. Был юлы улар ойоҡбаштар, бейәләй һәм бирсәткәләр, кейем-һалым һәм аҙыҡ-түлек йыйып тапшырҙы.Был акциянан хатта Ишей башланғыс мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы – улар ҙа төрлө кәрәк-яраҡ әҙерләгән. Таһир Ҡарасурин 1000 һум, ә Ғәлиә Хөсәйенова 500 һум аҡса күсерҙе. 

Буранбай ауылы халҡы бындай ярҙамды даими ойоштора. Был юлы ауыл ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары ойоҡбаш, бейәләй һәм бирсәткәләр бәйләп тапшырҙы.

Афарин! Һеҙҙең күңел йылыһы биреп әҙерләгән әйберҙәрегеҙ яҡташтарыбыҙҙың күңелен йылытһын, рухи көс бирһен!

Азамат Мөхәмәтшин.

 

Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!
Күңел йылыһы һеҙгә, батырҙарыбыҙ!
Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас