Ватан һағында
9 Октябрь 2022, 05:15

Илһөйәрлекте сағыу ептәр менән

Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән хәрби сигеү конкурсы тураһында күптәр беләлер. Илһөйәрлек, лайыҡлы алмаш үҫтереүгә йүнәлтелгән был сарала йыл һайын йөҙәрләгән кеше ҡатнаша. Баймаҡ ҡалаһынан Миңнисара Насырова ла был конкурста көсөн һынап ҡарарға була...

Илһөйәрлекте сағыу ептәр менәнИлһөйәрлекте сағыу ептәр менән
Илһөйәрлекте сағыу ептәр менән

Афарин!

Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙарының уңғанлығына һәр саҡ хайран ҡалаһың. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, уны урын-еренә еткереп, һәр кем өлгө алырҙай башҡарып ҡуялар. Шуға күрә Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙарының, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, төрлө-төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулауына ла йыш ғорурланабыҙ.

Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән хәрби сигеү конкурсы тураһында күптәр беләлер. Илһөйәрлек, лайыҡлы алмаш үҫтереүгә йүнәлтелгән был сарала йыл һайын йөҙәрләгән кеше ҡатнаша. Баймаҡ ҡалаһынан Миңнисара Насырова ла был конкурста көсөн һынап ҡарарға була. Сөнки Миңнисара Ильяс ҡыҙы сигеү-бәйләү, башҡа ҡул эштәрен бар күңелен һалып башҡара, күҙҙең яуын алырлыҡ эштәре лә бихисап уның. Миңнисара апай конкурсҡа Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләгән панноһын ебәрә. Был эштә уға хәрби комиссариаттың бүлек начальнигы ярҙамсыһы Гөлиә Нәҙербаева ярҙам итә.

Миңнисара Ильяс ҡыҙы был үҙенсәлекле конкурста ҡатнашҡан һәр эште ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. “Илебеҙҙә оҫта ҡуллы, Ватанға һөйөүҙе сағыу ептәр менән нағышлай алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың күплегенә шул тиклем һоҡланам”,-ти ул.

Иң ҡыуаныслыһы – еңеүселәр билдәләнгәс була. Миңнисара Насырова Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урында яулай һәм Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы, “М.В. Фрунзе исемендәге Рәсәй Армияһы Үҙәк йорто”ноң Дипломына лайыҡ була. Был бүләкте уға хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов һәм хәрби комиссариат хеҙмәткәре Гөлиә Нәҙербаева тапгшырҙы.

Афарин, Миңнисара апай, ҡулығыҙҙа һөйөнөгөҙ! Ә беҙ ҡалабыҙҙа йәшәгән шундай оҫта ҡуллы, егәрле Миңнисара Ильяс ҡыҙы менән һоҡланабыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ, ҙур-ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас