

Көн ҡаҙағында
Ил һаҡсыларын хәстәрләп
Илебеҙҙең төрлө төбәгенән, шул иҫәптән беҙҙең район-ҡаланан мобилизацияланған ир-егеттәр хәрби әҙерлек үтеүен дауам итә. Уларҙың йәшәйеше менән танышып барабыҙ. Ҡазан ҡалаһына урынлашҡан Баймаҡ егеттәренә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та барып ҡайтты. Район етәксеһе барған көндө ил һаҡсыларына ҡорал тапшырылды.
Был хаҡта Фәнис Ғәбдрәшит улы былай тип һөйләне: “Егеттәргә ҡорал тапшырыу тантанаһы юғары кимәлдә үтте. Барыһы ла күтәренке кәйефтә, ил һағына әҙер. Беҙҙең ир-егеттәр иғтибарһыҙ ҡалмай. Төрлө көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мобилизация буйынса Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Замир Йәнтүрин булышлыҡ итә. Беҙ уның менән һәр ваҡыт бәйләнештә. Ниндәйҙер һорау килеп тыуһа, шунда уҡ уны хәл итеү юлдары ҡарала. Әлбиттә, яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтып теләйбеҙ. Ир-егеттәргә районыбыҙҙан әҙерләнгән посылкаларҙы тапшырҙыҡ. Улар бындай ярҙам өсөн барыһына ла оло рәхмәтен һәм иң изге теләктәрен еткерҙе”.
Эйе, мобилизацияланған ир-егеттәр юлға сығыу менән уларҙың туғандары ғына түгел, ә бар район-ҡала халҡы уларға күстәнәстәр, йылы әйберҙәр, дарыуҙар һ.б. әҙерләй башланы. Мәҫәлән, беҙҙең Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге коллективы аҡса йыйып, ир-егеттәргә дождевиктар, йылы ойоҡбаштар, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы алды. Бынан тыш “Һаҡмар” гәзите редакцияһы “Күңел йылыбыҙ һеҙгә, батырҙарыбыҙ!” исемле акция иғлан итте. Уға ярашлы, уңған Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары йылы ойоҡбаштар, башлыҡтар, бирсәткәләр бәйләп, редакцияға алып килеп тапшыра. Беренселәрҙән булып был акцияға Рәзинә Шәрифулла ҡыҙы Яҫыбаева менән Гөлшат Шәрифулла ҡыҙы Солтанова ҡушылды. Улар бәйләгән йылы ойоҡбаштар, дарыуҙар, башҡа кәрәк-яраҡтар ошо аҙнала егеттәребеҙгә йүнәлгән обозға һалынды. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы ла "Йөрәк йылыһы" исемле акция иғлан итеп, был йүнәлештә әүҙем эш алып бара. Акциялар дауам итә, әүҙем ҡушылығыҙ, яҡташтар!
Шулай уҡ мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам итеү буйынса һәр ауыл халҡы бик әүҙем эшләүен билдәдәп үткем килә. Ауыл биләмәһе башлыҡтары етәкләгән был изге эште яҡташтарыбыҙ бар йөрәге менән ҡабул итеп, хәленән килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла. Эйе, нәҡ ошондай ҡатмарлы ваҡытта кемдең кем икәне беленә лә инде. Һәр саҡтағыса ябай халыҡтың, айырыуса ололарҙың: “Беҙҙең өҫтәлебеҙҙә икмәгебеҙ ҙә, сәйебеҙ ҙә бар, шул да етә, ә яу яланына инәсәк уландарыбыҙға барыһы кәрәк. Сөнки улар илебеҙҙе һаҡлай”,-тип ярҙамға ҡушылыуы күңелдә аңлатып бирә алмаҫлыҡ көслө хистәр уята.
Әлеге ваҡытта ла һәр ауылда ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән посылкалар әҙерләү дауам итә. Кемдер йылы әйберҙәр әҙерләй, ойоҡбаш-бирсәткәләр бәйләй, бәғзе уңғанбикәләр киптерелгән ҡоротон ебәрә. Сираттағы ярҙам кисә иртәнсәк оҙатылды. Был юлы ла баймаҡтар ил һаҡсыларына йәшник-йәшник күңел йылыһын сәләм итеп ебәрҙе.
Беҙ барыбыҙ ҙа мобилизацияланған ир-егеттәребеҙ өсөн борсолабыҙ, уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын көн-төн теләйбеҙ. Уларҙың ғаиләләренә, ата-әсәләренә, яҡындарына меңләтә ауыр икәнен онотмағыҙ. Шуға күрә беҙҙең мәғлүмәт үҙәге янында “Беҙ һеҙҙең менән!” клубы эшләй. Унда мобилизацияланған ир-егеттәрҙең туғандары төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.
Хөрмәтле яҡташтар! Мобилизацияланған ир-егеттәребеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ, уларҙың яҡындарына ла иғтибарлы булайыҡ. Кешегә ҡайһы саҡта бер йылы һүҙ, йылы ҡараш, самауыр артында күңелде бушатҡансы һөйләшеү ҙә етә. Ошо хаҡта онотмайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.