

Район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам күрһәтеү буйынса тәүгеләрҙән булып эшкә тотондо. Инәйҙәр ил һаҡсылары өсөн бәйләмдәрен ҡулына алды, ҡороттарын киптерә, изге доғаларын юллай.
Таулыҡай ауылының ағинәйҙәре (етәксеһе Гөлнур Дәүләкәнова) “Йөрәк йылыһы” акцияһына тос өлөшөн индерҙе.
“Ауыл халҡы, башҡа ойошмалар кеүек, беҙ ҙә аҡса йыйыуға ҡушылдыҡ. Өйҙәребеҙҙә йылы әйберҙәр бәйләргә ултырҙыҡ. Ауылыбыҙҙан алты егет милли йолаларыбыҙға ярашлы ил һағына оҙатылды. Һәр бер яугиргә исемләп посылкаларға әйберҙәребеҙҙе йыйҙыҡ, шулай уҡ район егеттәренә лә ярҙам ебәреүгә ҡушылдыҡ.
“Ағинәй бүлмә”һендә “Юлға сығыу”, “Фатиха” доғаларын уҡып, доғалар ҡылдыҡ, уландарыбыҙ имен - һау әйләнеп ҡайтһын тип, хәйер - саҙаҡалар тараттыҡ, теләктәр теләнек. Ҡорбан мәжлестәрендә булып, вәғәз тыңланыҡ, доғалар уҡыныҡ. Бөтәбеҙ ҙә намаҙ, доға уҡыуға ултырҙык — көнөнә 100 мәртәбә “Фатиха” доғаһын намаҙ һайын бүлеп уҡыйбыҙ. Мобилицияланған егеттәрҙең әсәләрен үҙебеҙҙең арттан әйҙәйбеҙ, “Аллаһы Тәғәләгә һыйынығыҙ, намаҙға баҫығыҙ”,- тип нәсихәт алып барабыҙ. Егеттәребеҙ иҫән — һау ғына булһынларҙа булайыҡ!! Бөтәбеҙ ҙә доғаларҙа булайыҡ”,- тип һөйләп үтте Гөлнур апай.
Эйе, акция дауам итә. Һәр ауылда был йүнәлештә эштәр ныҡлы алып барыла. Афарин!
Гүзәл Иҫәнгилдина.