Ватан һағында
26 Сентябрь 2022, 10:25

“Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”

“Хөрмәтле яҡташтар! Борсолмағыҙ һәм иламағыҙ! Беҙ илебеҙгә янаған дошмандарҙы туҡтатырға һәм еңергә тейешбеҙ. Һәм Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ та! Көтөгөҙ беҙҙе һәм беҙ мотлаҡ әйләнеп ҡайтырбыҙ. Баймаҡтар – алға!”

Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”

Ватан һағына оҙатылған Баймаҡ ир-егеттәре шулай тип хушлашты

Яңы аҙнаның тәүге көнө берсә уйсан болоттары, унан ҡапыл ғына күңелдәрҙә яҡты көндәргә ышанысты нығытҡан ҡояш нурҙары менән дә ҡаршы алды. Иртәнге етенән Баймаҡ хәрби комиссариаты янында халыҡ йыйыла ла башланы. Бөгөн район-ҡалабыҙҙан, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илебеҙ граждандарын өлөшләтә мобилизациялау тураһындағы Указына ярашлы, 135 егет Ватан һағына алынды.

Хәрби комиссариат янына йыйылған ир-егеттәрҙең кәйефе көр булыуы, йылмайыуҙары йөрәкте тынысландырып ебәрҙе. Эйе, беҙҙең егеттәр – улар шундай! Афғанстан, Чечен ғәрәсәтен үткән хәрби хәрәкәт ветерандары менән аралашҡанда ла һәр саҡ уларҙың үҙенә бер башҡа булыуын – ҡыйыу ҡарашлы, аҡыллы һүҙле һәм ныҡ баҫып йөрөүҙәренә иғтибар бирәм. Иҫке Сибайҙан оҙатылған ағайҙың илаған ҡатынын ҡосаҡлап: “Йә инде, илама, барыһы ла яҡшы булыр. Донъяла тыныслыҡ урынлаштырып, Зеленскийҙың ҡолағын алып ҡайтып бирермен”,-тигәне бар халыҡты көлдөрөп ебәрҙе.

Эйе, бер кемгә лә еңел түгел. Әммә Баймаҡ ир-егеттәре үҙҙәренең ышаныслы тауыштары, яҡындарын үҙҙәренә генә хас мәрәкә һүҙҙәр менән көлдөрөүе оҙатыуҙы тыныс тулҡынға күсерә алды. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов мобилизацияға йыйынған егеттәрҙе тәбрикләне һәм оҙатылыу тәртибен аңлатты.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев: Бөгөн Баймаҡ халҡының Тыуған илен һәм ғаиләләрен һаҡларға ынтылған, тыныс һәм татыу йәшәүҙе тәьмин итәсәк ысын ир-егеттәре булыуына ғорурланам. Һәр берегеҙ менән ғорурланам! Тиҙҙән барығыҙ ҙа ысын геройҙар булып ғаиләгеҙгә әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем. Хәҙер һеҙҙе хәрби серҙәргә өйрәнеү, нимәнелер иҫкә төшөрөү көтә, унда үҙ оҫталығығыҙҙы үҫтерергә кәрәк. Киләсәгегеҙ шуға бәйле. Һәр саҡ иғтибарлы, уяу булығыҙ һәм һеҙҙе өйҙә көткәндәрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ!”-тигән теләктәрен еткерҙе.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла олатай Әблүзиндың сығышын һәр кем тын да алмай тиерлек тыңланы: “Балаҡайҙар, имен-һау йөрөп, илебеҙгә теш ҡайраған нацистарҙы еңеп ҡайтығыҙ. Миңә хәҙер 97 йәш. Бөйөк Ватан һуғышын үттем. Күрәһең, нацистарҙың тамырын тулыһынса йолҡоп ырғытмағанбыҙ, бына бит, нисәмә йыл үткәс кире баш ҡалҡыталар. Әммә һеҙ бирешмәгеҙ – батыр булығыҙ! Миңә үлеләр исемлегенә инеп, күмелеп ҡалғандан һуң да, тыуған яғыма ҡайтырға насип булды. Һеҙгә ныҡлыҡ һәм саялыҡ теләйем, барығыҙҙы ла имен генә итеп көтөп ҡалабыҙ”.

Украиналағы хәрби операцияны үтеп, республика Башлығы ҡулынан генерал Шайморатов орденын алған Данис Аслаевтың: “Егеттәр, эйе, ул юлдарҙы ла миңә лә үтергә тура килде. Еңел тип әйтә алмайым. Әммә беҙҙең батыр яугирҙәр дошмандарҙы ҡалтырарға мәжбүр итә һәм беҙ мотлаҡ еңеп сығасаҡбыҙ! Әлеге ваҡытта башҡорт егеттәренең батыр һуғышы тураһында барыһы ла хәбәрҙар. Ҡәҙерле егеттәр, берҙәм һәм бер-берегеҙгә һәр саҡ таяныс булығыҙ. Имен-һау, һеҙҙе бөгөн оҙатҡан кеүек барығыҙҙы ла ҡаршыларға насип булһын. Хәйерле юл һеҙгә!”-тигән һүҙҙәрен барыһы ла алҡыштарға күмде.

Чечен ғәрәсәтен батырҙарса үткән, Баймаҡ ҡалаһының билдәле һәм арҙаҡлы улы Шамил Айытов бар мобилизацияланған ир-егеттәр исеменән һүҙ алды. “Хөрмәтле яҡташтар! Борсолмағыҙ һәм иламағыҙ! Беҙ илебеҙгә янаған дошмандарҙы туҡтатырға һәм еңергә тейешбеҙ. Һәм Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ та! Көтөгөҙ беҙҙе һәм беҙ мотлаҡ әйләнеп ҡайтырбыҙ. Баймаҡтар – алға!”

Уның көр, дәртле тауышы һәм ихлас йылмайыуы тирә-яҡҡа яңғырап, йөрәктәрҙәге яҡты көндәргә ышанысты һәм өмөттө тағы ла көсәйтте.

Райондың имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт ир-егеттәргә изге доғаларын бағышланы, священник Роман да ил һаҡсыһының ни тиклем юғары баһалауға лайыҡ булғанын әйтеп үтте. Әйткәндәй, кисә ир-егеттәр мобилизацияланған һәр ауылдың мәсетендә уларға бағышлап аяттар уҡылды, ҡорбан салынды һәм аят ашына бар ауыл саҡырылды. Ауылдаштары ир-егеттәргә иң изге теләктәрен еткерҙе.

Ир-егеттәрҙе оҙатҡан урында Рәсәй, Башҡортостан һәм төрлө хәрби подразделениеларҙың байраҡтары елберҙәне. Оҙатыусылар ҙа иң изге теләктәрен яңғыратты. Яҡындарын ҡосағына алып, һау булашып, иламаҫҡа ҡушып, ир-егеттәр автобустарға ултырҙы. Уларҙың күбеһе үҙе менән Башҡортостан байрағын да алды. “Республикабыҙ төҫө беҙгә көс бирәсәк”,-тип йылмайҙы улар.

Илгә ауырлыҡ килгәндә бар ҡатмарлы һынау, тәү сиратта, көслө заттан булған ир-егеттәребеҙ иңенә төшә. Был юлы ла уларҙың һынатмаясаҡтарына һәр кем ышана. Бөгөн ил һағына оҙатылған 135 яҡташыбыҙҙың да имен-һау әйләнеп ҡайтыуын көтөп, изге теләк-доғаларҙа ҡалабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас