Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
1 Июнь 2022, 08:40

Яҡташ Герой иҫтәлегенә

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, Советтар Союзы геройы Тәфтизан Миңлеғолов исемендәге кубокка Кусей ауылында спорт ярыштары үтте.

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, Советтар Союзы геройы Тәфтизан Миңлеғолов исемендәге кубокка Кусей ауылында спорт ярыштары үтте. Бағыусыһы - Күсей ауыл советы хакимиәте. Спорт байрамын Күсей мәктәбе коллективы, клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре.

Ярыштарҙа Иҫке Сибай, Әхмәр, Төркмән, Басай, Күсей һәм Әбйәлил районының Хәлил ауылдары спортсылары ҡатнашты. 

Волейбол буйынса беренсе урынды - Иҫке Сибай, икенсе урынды - Әхмәр ауылы, өсөнсө урынды Күсей ауыл советы командалары яуланы. Өҫтәл теннисы буйынса ир-егеттәр араһында 1-се урынды Ҡунаҡбай Уйылданов, 2-се урынды Айгиз Байназаров, 3-сө Хәлилдән Айбулат Рәхмәтуллин, ә ҡатын -ҡыҙҙар араһынан 1-се урынды - Басайҙан Наҙгөл Әюпова, 2-се урынды - Иҫке Сибайҙан спорт ветераны Зифа Латыпова, 3-сө урынды Хәлилдән Дилбәр Рахматуллиналар яуланы. Шашка буйынса ярышта Төркмән мәктәбе уҡыусылары ағалы-һеңлеле Айгүзәл һәм Азамат  Әхмәтовтарға тиңләшеусе булманы. Киләһе урындарҙы Иҫке Сибайҙан Руслан Айсыуаҡов, Хәлилдән Айбулат Төркмәнов, Күсейҙән Ләйсән Баймөхәмәтова, Ләйсән Фәйзуллиналар бүлеште.

Спорт байрамына үҙенең бүләген тотоп килгән ветеран спортсы Әсҡәт Ҡадыровҡа, командаларҙы ойоштороп алып йөрөүсе спорт ветерандары Фәнис Яҡуповҡа, Илнур Ташбулатовҡа, Ильнур Әлибаевҡа, судьялар Әсҡәт Фәйзуллин, Хәмзә һәм Дилбар Сәфәрғәлиндарға, Рифат һәм Хафиз Баймөхәмәтовтарға ҙур рәхмәт! Аш-һыу менән һыйлаусыашнаҡсыларға, уларға ярҙам итеүсе мәктәп һәм клуб хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт һүҙҙарен байрамда ҡатнашыусылар исеменән еткерәм. Афарин ҡыҙҙар! Шулай итеп дөйөм мәрәйҙәр иҫәбе буйынса күсмә кубок быйыл да Күсей ауыл хәкимиәте спорсыларында ҡалды. Спорт байрамы бик сәмле һәм ойошҡан үтте.

Ҡунаҡбай Уйылданов, мәктәп директоры.

Яҡташ Герой иҫтәлегенә
Яҡташ Герой иҫтәлегенә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: