Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
28 Апрель 2022, 17:23

"Еңеү ҡомартҡыһы"

Ишмөхәмәт ауылы китапханаһы район китапханаһы иғлан иткән"Еңеү ҡомартҡыһы" акцияһына ҡушылды.

Ишмөхәмәт ауылы китапханаһы район китапханаһы иғлан иткән"Еңеү ҡомартҡыһы" акцияһына ҡушылды. "Еңеү яҙы килә Тыуған илгә "исеме аҫтында үтте сара. Беренсе өлөшөндә 5-6 класс уҡыусылары , уҡытыусылары менән китапханала һаҡланған Бөйөк ватан һуғышы ветераны Кәлимуллин Нәбиулла Ғәбит улының өскөл хаты (күсермәһе) , фотолары менән таныштылар, еңеү тураһында шиғырҙар, йырҙар тыңланылар. Ә икенсе өлөшөндә тыл ветераны, бер туған ағалары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғүмәр Әхмәтшәрәф улы Харрасов менән осраштылар. Ғүмәр олатай иҫтәлектәре менән бүлеште, фотоларын ҡараныҡ. "Бала саҡта һуғыштан килгән өскөл хаттарҙы инәй,еңгәйҙәргә мин уҡып ишеттерә торғайным, ауылдан ағай-олатайҙарҙы һуғышҡа оҙатҡан мәл, әле лә күҙ алдында"-тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе тыл ветераны.Китапханасы "Аҡ аманат-һалдат хаттары " китабынан, Ғүмәр олатайҙың ағаһы Бейешев Ибраһим Әхмәтшәрәф улының "Көндәлек биттәренән "өҙөк уҡып ишеттерҙе (беҙҙең ауылдашыбыҙҙың хаттары был китапҡа баҫылған). Етеп килгән Еңеү көнө менән ҡотлап,уҡыусылар теләктәрен еткерҙеләр.
Асия Үлйәбаева,
Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы.
 
"Еңеү ҡомартҡыһы"
"Еңеү ҡомартҡыһы"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: