Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
20 Апрель 2022, 15:25

Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап

Ишбирҙе ауылы мәктәбендә һәм филиалдарында Бөйөк Еңеүгә арналған айлығы башланды. Ул үҙ эсенә бик күп тәрбиәүи сараларҙы алған. Тантаналы шарттарҙа асыҡ тип иғлан ителгән айлыҡта төрлө байрамдар, осрашыуҙар, мәрхәмәтлелек акциялары, спорт ярыштары ҡаралған.

Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап

Ишбирҙе ауылы мәктәбендә һәм филиалдарында Бөйөк Еңеүгә арналған айлығы башланды. Ул үҙ эсенә бик күп тәрбиәүи сараларҙы алған. Тантаналы шарттарҙа асыҡ тип иғлан ителгән айлыҡта төрлө байрамдар, осрашыуҙар, мәрхәмәтлелек акциялары, спорт ярыштары ҡаралған.

Был көндәрҙә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, хатта ата-әсәләр ҙә Георгий таҫмаһы тағып йөрөй. Бөйөк Еңеүгә бағышланған стенгазеталары донъя күрҙе. Һүрәттәр конкурсы бара. “Йөрәк һүҙе” шиғыр бәйгеһе, “Еңеү стенаһы”, “Һалдатҡа хат” һәм “Ҡартатайыма хат” акцилары иғлан ителгән. Был көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәм Еңеү һалдаттарына бағышланған нәфис һәм документаль фильмдар ҡарала. Шулай уҡ “Тарихты яҡшы беләһеңме?”, “Һандарҙа – Еңеү” квест уйындары үтәсәк. Бөгөн уға тулы әҙерлек бара.

Ауылыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде 7-се һәм 8-се класс уҡыусылары шефлыҡҡа алған. Улар һәйкәлде һәм уның эргә-тирәһен тәртиптә тотоу, сәскәләр ултыртыу өсөн яуаплы. Был айлыҡта оло йәштәге инәй һәм олатайҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Уларҙы шефлыҡҡа алғанбыҙ. “Тимур командалары” ярҙам күрһәтә.

Күптән түгел Афған яуын үткән ауылдаштарыбыҙ Морат Иҫәндәүләтов һәм Фәнил Хәсәновтар менән осрашыу булды. Улар үҙҙәренең хәрби тормошо, тыныслыҡ өсөн алып барған көрәш хаҡында мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Тыуған ил һәм тыуған ер өсөн бөгөндән хәрби сафҡа баҫырға әҙер булған егеттәребеҙҙе күреп ҡыуандыҡ.

Ошо көндәрҙә шулай уҡ ауылыбыҙҙың билдәле шашкасыһы Урал Моратовтың яҡты иҫтәлегенә арналған беренселек үтте. Һәр кластан өсәр уҡыусы һәм бер ата-әсә ҡатнашты. Ишбирҙелә шашканың киң үҫеш алғанын иҫәпкә алғанда, уйын бик көсөргәнешле барҙы. Ә шулай ҙа иң күп мәрәй йыйып, 7-се класс командаһы еңеү яуланы.

Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан мәктәп уҡыусылары концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡ.

Ләйсән Дәүләткилдина,

Ишбирҙе мәктәбе директоры.

Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап
Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: