Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
30 Ғинуар 2022, 12:40

Боец,откуда будешь?

Был егет йә кореец, йә китаец, йә беҙҙең халыҡ, тип тегегә өндәшә:

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға инде 5 йыл ваҡыт үткән. Әммә һуғышта ҡатнашҡан Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы егете Мусин Әхәт Әғзәм улы хәрби училище тамамлап хеҙмәтен Сахалин утрауында Холмск ҡалаһындағы гарнизонда дауам итә.1950 йылдың август баштарында хеҙмәткә алынған бер төркөм егеттәр килә. Өлкән лейтенант Мусин уларҙы ҡарап сыға. Араһынан бер егет күҙенә эленә. Был егет йә кореец, йә китаец, йә беҙҙең халыҡ, тип тегегә өндәшә:
-Боец,откуда будешь?
-Из Башкирии.
-Какой район?

-Баймакский!
Офицер сәпсим аптырауға ҡала:

-Деревня какая?
-ТАВЛЫКАЕВО...


Әхәт олатай был егетте югереп барып ҡосаҡлап ала.
Бына шулай осраша ике ауылдаш алыҫ ил сигендә...
Иҫтәлек булып ошо фото һаҡлана. Алсу апайға оло рәхмәт уның өсөн.

Г.Фахретдинов. 

Боец,откуда будешь?
Боец,откуда будешь?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: