Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
16 Октябрь 2021, 09:15

Яугирҙең рухын хөрмәтләп

Таулыҡай ауылында тыуып үҫеп, тормошон хәрби хеҙмәткә арнаған Яхин Дидар Әйүп улының ҡәберенә йома көндө ҡәбер ташы ҡуйылды.

Яугирҙең рухын хөрмәтләп
Яугирҙең рухын хөрмәтләп

Таулыҡай ауылында тыуып үҫеп, тормошон хәрби хеҙмәткә арнаған Яхин Дидар Әйүп улының ҡәберенә йома көндө ҡәбер ташы ҡуйылды. Был изге эште Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте һәм "Хәрби туғанлыҡ" хәрәкәте ағзалары ойошторҙо. Сарала район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы, "Хәрби туғанлыҡ" хәрәкәте ағзалары, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары һәм Дидар Әйүп улының туғандары ҡатнашты.

Дидар Яхин 1960 йылдың 28 майында Таулыҡай ауылында тыуған. Сибай медицина училищеһын тамамлай. Әрмегә алына. 1987 йылдың 3 июленән 1989 йылдың 28 июненә тиклем Афғанстанда хеҙмәт итә. Ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн”, “Рәхмәтле афған халҡынан яугир-интернационалисҡа”, III дәрәжә “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары, I һәм II дәрәжә “Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы” билдәһе, юбилей миҙалдары менән наградланған.

Яугирҙең рухын хөрмәтләп
Яугирҙең рухын хөрмәтләп
Яугирҙең рухын хөрмәтләп
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: