Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
22 Июнь 2021, 11:26

Һәйкәл булып баҫты һалдаттар...

80 йыл үтте. Ләкин Рәсәй халҡы ул ҡанлы тарихи йылдарҙы онотмай. Бөгөн ул Хәтер һәм Ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә. Шул уңай менән Баймаҡ ҡалаһының “Еңеү” паркында митинг булып үтте.

Һәйкәл булып баҫты һалдаттар...
Һәйкәл булып баҫты һалдаттар...

1941 йылдың 22 июне... Мәскәү ваҡыты менән таңғы 3 сәғәт 6 минут... Фашистик Германия СССР-ға һуғыш башлай. Немецтар илебеҙ сигендә урынлашҡан барлыҡ Ҡыҙыл армия частәрен ҡыйрата. Рига, Виндава, Либава, Шауляй, Каунас, Вильнюс, Гродно, Лида, Волковыск, Брест, Кобрин, Слоним, Барановичи, Бобруйск, Житомир, Киев, Севастополь ҡалаларын һөжүм итә. Ҡара диңгеҙ флоты контр-адмиралы Иван Елисеев Совет биләмәһенә ингән фашист самолеттарына ҡаршы ут асырға бойороҡ бирә. Шулай итеп Бөйөк Ватан һуғышы башлана...

80 йыл үтте. Ләкин Рәсәй халҡы ул ҡанлы тарихи йылдарҙы онотмай. Бөгөн ул Хәтер һәм Ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә. Шул уңай менән Баймаҡ ҡалаһының “Еңеү” паркында митинг булып үтте.

- 80 йыл элек Совет халҡының яҙмышы ҡырҡа үҙгәреш кисерҙе, - тине район хакимиәте башлығы Фәнисә Әминев. - Бөтә халыҡ Еңеү өсөн йәшәне. Һуғыш еле ҡағылмағын бер генә ғаилә лә юҡтыр беҙҙә. Кем фронтта, кем тылда хеҙмәт итте. Еңеү килтергән яугирҙәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов иһә үҙенең сығышында дәһшәтле ул йылдарҙағы яугирҙәрҙең әйтер һүҙен бөгөнгө ветерандар беҙгә еткерә, тип белдерҙе.

Баймаҡтар артабан киләсәк быуындың тыныс тормошо өсөн ғүмерен аямай, сит яҡтарҙа ятып ҡалғандарҙы, үҙ тыуған яғына ҡайтып вафат булғандарҙы бер минутлыҡ тын ҡалып, иҫкә алды... Һуңынан иһә Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре, веноктар һалынды.

Читайте нас: