Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
5 Май 2021, 19:15

Яугир яҡташыбыҙҙың ҡәбере табылған

Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылда батырҙарса һәләк булған Әхтәм Ҡаһарман улы Әхмәтовтың алыҫ Ростов өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе билдәләнгән.

Новочеркасск ҡалаһы ирекмәндәре ярҙамы менән Йәнтеш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылда батырҙарса һәләк булған Әхтәм Ҡаһарман улы Әхмәтовтың алыҫ Ростов өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе билдәләнгән.
Әле яугирҙың ҡыҙы, 78 йәшлек Зәйнәп Сакмарова һәм уның улы үҙ ғаиләһе менән унда булып, батыр ҡәберенә тыуған ер тупрағын һалып ҡайтты.
Ошо көнгә тиклем совет һалдаты хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған. Зәйнәп инәй 1941 йылда тыуған. Уға атай тип әйтәргә бер ҡасан да насип булмай. Йылдар үткәс, Зәйнәп Сакмарова атаһы ҡәберлеген күреп, батыр рухы алдында баш эйеп ҡайтты.
Сығанаҡ: https://haib-vestnik-b.rbsmi.ru/news/Yaugir-ya-tashibi--bere-tabil-an-784829/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154583724
Читайте нас: