Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Февраль 2021, 18:53

Ир һүҙе – ил һүҙе

Халыҡтың “Ир һүҙе – ил һүҙе” тигән бик тапҡыр мәҡәле бар. Боронборондан донъяуи мәсьәләләрҙе ирегеттәр, аҡһаҡалдар хәл иткән. Түбәнге Яйыҡбай ауылында ошо исем аҫтында Урал аръяғы райондары ирегеттәренең йыйыны үтте. Йыйында район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, райондың ир-егеттәр ҡоро рәйесе Илгиз Йәнбирҙин, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зөһрә Зәйнуллина, Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылынан, Йылайыр районының Сәләх ауылынан ир-егеттәр ҡоро, урындағы ҡоролтай рәйестәре, старосталар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Әбделкәрим ауылы вәкилдәре ҡатнашты. Әйткәндәй, Әбүбәкер һәм Сәләх – “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сыҡҡан ауылдар. Яйыҡбайҙар ҡунаҡтарҙы эйәрле аттарҙа ауыл осонда ҡаршы алды. Унан фатиха алыу өсөн мәсеткә юлландылар. Ауылдың имам-хатибы Рәмил Хәсәнов: “Һеҙ бөгөн боронғо ауылға килдегеҙ. Ауылыбыҙ тарихы яҙма сығанаҡтар буйынса XVIII быуаттан башланһа, риүәйәт, ауыҙ-тел ижадына ҡарағанда уның тамырҙары XVI быуатҡа барып тоташа. Тарихыбыҙҙы белеп, үҙебеҙҙең асылыбыҙҙан оялмайынса йәшәргә өйрәнәйек. Ниәт изге булғанда бар ауырлыҡты еңеп сығырбыҙ”, – тине. Ҡунаҡтарҙы артабан ауыл клубында ҡаршы алдылар. Унда ир-егеттәрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән таныштыҡ. Рәмил Хәсәнов үҙе эшләгән үлән ҡурайҙарҙы, ҡумыҙҙарҙы тәҡдим итте, уйнап та күрһәтте. Рафиҡ Йәһүҙин табанланған быйма, быйма табанлау өсөн әҙерләнгән ҡорамалдар, Алтынғужа Кәримов менән Азат Әмиров көнкүреш һәм ат егеү кәрәк-яраҡтарын эшләгән. Ирмәк Уразбаев иһә ағастан һырлап эшләгән әйберҙәре менән таң ҡалдырҙы. “Түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеүҙә халыҡты айыҡ тормошҡа әйҙәү, ир-егеттәр ойошмаларының эшен йәнләндереү, сәләмәт тормошто киң йәйелдереү буйынса һәр ауылда маҡсатлы эш алып барыу мәсьәләләре ҡаралды. Илгиз Хөрмәт улы: ”Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу ауылға оло мәртәбә бирә. Минеңсә, был конкурста еңелеүселәр юҡ. Ул халыҡты берләштерә, ауылды төҙөкләндерә”, – тине. Түбәнге Яйыҡбай ауылы старостаһы Рәил Хәсәнов «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылыуҙары, төп маҡсаттары менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән ине: “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үҙҙәрендә үткәрелгән саралар тураһында һөйләне, бүләктәр тапшырҙы. Һөйләшеү һуңында боронғо йолаларҙың береһе – “Билбау бәйләү” күрһәтелде. Сарала ҡатнашҡан һәр ир-егеткә ҡатын-ҡыҙҙар яҫы билбауҙар бәйләп: “Билдәрегеҙ ныҡ булһын! Халҡыбыҙҙың аҫыл ир-егеттәре булығыҙ”, – тигән теләктәрен еткерҙе. Йыйында Әбделкәрим ауылы вәкилдәре лә ҡатнашты. Уҙған йылдың декабрендә түбәнге яйыҡбайҙар Һаҡмар йылғаһы буйлап ултырған ауылдар араһында сәләмәтлек марафонына старт биргәйне. Әле ул Әбделкәрим аша ҡабаттан урап ҡайтты. Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ямалетдинов уны Түбәнге Яйыҡбай ауылы старостаһы Рәил Хәсәновҡа тапшырҙы. Сараның киләһе өлөшө “малайҙарҙы атҡа мендереү” тип аталды. Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы И.Байымов, Әбүбәкир ауылы старостаһы Р.Назаров, Баймаҡ районы ир-егеттәр ҡоро рәйесе И.Йәнбирҙин, Сәләх ауылы имам-хатибы А.Иҫәнбаев изге теләктәр, наказдар биреп, малайҙарҙы атҡа мендерҙе һәм егетлек билдәһе итеп сыбыртҡы бүләк итте. Милли уйындар майҙансығында яндан уҡ атыу, бура һуғыу, сыбыртҡы шартлатыу ярыштары үткәрелде. Баяс батыр стелаһына экскурсия ойошторолдо.

Халыҡтың “Ир һүҙе – ил һүҙе” тигән бик тапҡыр мәҡәле бар. Боронборондан донъяуи мәсьәләләрҙе ирегеттәр, аҡһаҡалдар хәл иткән. Түбәнге Яйыҡбай ауылында ошо исем аҫтында Урал аръяғы райондары ирегеттәренең йыйыны үтте. Йыйында район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, райондың ир-егеттәр ҡоро рәйесе Илгиз Йәнбирҙин, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зөһрә Зәйнуллина, Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылынан, Йылайыр районының Сәләх ауылынан ир-егеттәр ҡоро, урындағы ҡоролтай рәйестәре, старосталар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Әбделкәрим ауылы вәкилдәре ҡатнашты. Әйткәндәй, Әбүбәкер һәм Сәләх – “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сыҡҡан ауылдар.
Яйыҡбайҙар ҡунаҡтарҙы эйәрле аттарҙа ауыл осонда ҡаршы алды. Унан фатиха алыу өсөн мәсеткә юлландылар. Ауылдың имам-хатибы Рәмил Хәсәнов: “Һеҙ бөгөн боронғо ауылға килдегеҙ. Ауылыбыҙ тарихы яҙма сығанаҡтар буйынса XVIII быуаттан башланһа, риүәйәт, ауыҙ-тел ижадына ҡарағанда уның тамырҙары XVI быуатҡа барып тоташа. Тарихыбыҙҙы белеп, үҙебеҙҙең асылыбыҙҙан оялмайынса йәшәргә өйрәнәйек. Ниәт изге булғанда бар ауырлыҡты еңеп сығырбыҙ”, – тине.
Ҡунаҡтарҙы артабан ауыл клубында ҡаршы алдылар. Унда ир-егеттәрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән таныштыҡ. Рәмил Хәсәнов үҙе эшләгән үлән ҡурайҙарҙы, ҡумыҙҙарҙы тәҡдим итте, уйнап та күрһәтте. Рафиҡ Йәһүҙин табанланған быйма, быйма табанлау өсөн әҙерләнгән ҡорамалдар, Алтынғужа Кәримов менән Азат Әмиров көнкүреш һәм ат егеү кәрәк-яраҡтарын эшләгән. Ирмәк Уразбаев иһә ағастан һырлап эшләгән әйберҙәре менән таң ҡалдырҙы.
“Түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеүҙә халыҡты айыҡ тормошҡа әйҙәү, ир-егеттәр ойошмаларының эшен йәнләндереү, сәләмәт тормошто киң йәйелдереү буйынса һәр ауылда маҡсатлы эш алып барыу мәсьәләләре ҡаралды. Илгиз Хөрмәт улы: ”Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу ауылға оло мәртәбә бирә. Минеңсә, был конкурста еңелеүселәр юҡ. Ул халыҡты берләштерә, ауылды төҙөкләндерә”, – тине. Түбәнге Яйыҡбай ауылы старостаһы Рәил Хәсәнов «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылыуҙары, төп маҡсаттары менән таныштырҙы. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән ине: “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үҙҙәрендә үткәрелгән саралар тураһында һөйләне, бүләктәр тапшырҙы.
Һөйләшеү һуңында боронғо йолаларҙың береһе – “Билбау бәйләү” күрһәтелде. Сарала ҡатнашҡан һәр ир-егеткә ҡатын-ҡыҙҙар яҫы билбауҙар бәйләп: “Билдәрегеҙ ныҡ булһын! Халҡыбыҙҙың аҫыл ир-егеттәре булығыҙ”, – тигән теләктәрен еткерҙе. Йыйында Әбделкәрим ауылы вәкилдәре лә ҡатнашты. Уҙған йылдың декабрендә түбәнге яйыҡбайҙар Һаҡмар йылғаһы буйлап ултырған ауылдар араһында сәләмәтлек марафонына старт биргәйне. Әле ул Әбделкәрим аша ҡабаттан урап ҡайтты. Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ямалетдинов уны Түбәнге Яйыҡбай ауылы старостаһы Рәил Хәсәновҡа тапшырҙы.
Сараның киләһе өлөшө “малайҙарҙы атҡа мендереү” тип аталды. Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы И.Байымов, Әбүбәкир ауылы старостаһы Р.Назаров, Баймаҡ районы ир-егеттәр ҡоро рәйесе И.Йәнбирҙин, Сәләх ауылы имам-хатибы А.Иҫәнбаев изге теләктәр, наказдар биреп, малайҙарҙы атҡа мендерҙе һәм егетлек билдәһе итеп сыбыртҡы бүләк итте. Милли уйындар майҙансығында яндан уҡ атыу, бура һуғыу, сыбыртҡы шартлатыу ярыштары үткәрелде. Баяс батыр стелаһына экскурсия ойошторолдо.
Читайте нас: