Һаҡмар
+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
12 Февраль 2021, 20:00

Афған шаңдауы

“...Төнө менән беҙҙе, 34 һалдаттан торған төркөмдө, “Тревога” командаһы менән уятып, самолетҡа ултырттылар ҙа, ҡайҙалыр алып киттеләр. Таң атыуға килеп төшкәндә беҙ ҡара ҡомло Афғанстан ерендә инек. Бөтә ерҙә ҡара янған тау, түңкәрелеп, шартлап ятҡан машиналар... Төҙөк, матур Ташкент ҡалаһынан күҙ асып йомған арала шундай емереклеккә барып төшөү беҙҙе шаңҡытты. Бер ни тиклем ваҡыт ҡайҙа килеп эләккәнебеҙҙе аңламай торҙоҡ...”

Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына – 32 йыл

Афған шаңдауы

...Төнө менән беҙҙе, 34 һалдаттан торған төркөмдө, “Тревога” командаһы менән уятып, самолетҡа ултырттылар ҙа, ҡайҙалыр алып киттеләр. Таң атыуға килеп төшкәндә беҙ ҡара ҡомло Афғанстан ерендә инек. Бөтә ерҙә ҡара янған тау, түңкәрелеп, шартлап ятҡан машиналар... Төҙөк, матур Ташкент ҡалаһынан күҙ асып йомған арала шундай емереклеккә барып төшөү беҙҙе шаңҡытты. Бер ни тиклем ваҡыт ҡайҙа килеп эләккәнебеҙҙе аңламай торҙоҡ...”

Ишбирҙе ауылынан Фәнил Абдулла улы Хәсәнов өсөн Афғанстан Республикаһында булған армия хеҙмәте шулай башлана. Был көн 1980 йылдың 29 октябре була. Сибай ҡалаһының хәрби комиссариатынан 80 егет менән бергә хеҙмәткә алына. Өфө ҡалаһындағы республика хәрби пунктынан ул Ленинград өлкәһенә ебәрелә. Лебяжье ҡалаһында 4 ай хәрби әҙерлек үтә. Яңы ғына әйләнешкә индерелгән МИ – 6, МИ – 8, МИ – 24 хәрби вертолеттарының төҙөлөшөн, уларҙы ремонтлау, ҡыҫҡаһы, хеҙмәтләндереү нескәлектәрен үҙләштерәләр. Имтихан тапшырып, таныҡлыҡ алған йәш һалдаттар Ленинград – Мәскәү - Ташкент поезында билдәһеҙлеккә йүнәлә. Был ваҡыт Афғанстанда бәрелештәр башланып ҡына торған була. Офицерҙар өндәшмәһә лә, үҙҙәрен шул яҡтарға оҙатҡандарын аңлайҙар. Ташкент ҡалаһы яғындағы бер хәрби ҡаласыҡта 15 көнләп автоматтан атыу төрҙәрен үҙләштерәләр, хәрби-тактик күнекмә үтәләр, мосолман халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәләр. Ә бер көнө таң менән һалдаттар тейәлгән 4 самолет һауаға күтәрелә... Хәйер, артабан ни булғанын беләһегеҙ инде. Хәс тә “9 рота” киноһындағы һымаҡ – беҙҙең һалдаттар тыныс тормоштан күҙ асып йомғансы ут ояһына барып эләгә.

Фәнил Хәсәнов ултырған самолет ике тау уртаһында урынлашҡан Ҡандағар аэродромына төшә. Пакистан менән Афғанстан сик буйы асыҡ булғанлыҡтан, тап ошо ерҙән дошмандар ҡорал ташыған була. Ҡан ҡойошҡа юл ҡуймаҫ өсөн беҙҙең һалдаттарға тәүлек әйләнәһенә посҡа баҫырға тура килә. Фәнил Хәсәнов иһә вертолеттарҙы хеҙмәтләндереү полкында хеҙмәтен дауам итә. КПС төркөмөндәге 4 егет менән вертолеттарҙы ремонтлау, төҙөкләндереү, хәрби операцияларға әҙерләү яуаплылығы һалына.

- Күпме ваҡыт үтте, әммә шул ваҡыт һаман да төшөмә инә, - ти Фәнил Хәсәнов. - Беҙ Афған һуғышы башланып ҡына торған дәүерҙә хеҙмәт иттек. Ул сағында вертолеттарҙан сыҡҡан йылы төтөндө ҡаплау ҡоролмалары ҡуйып, зениттан атыуҙы һаҡлай инек. Ҡайтып киткәс кенә афғандар “стингер” менән ҡоралланды. Шунлыҡтан хәүеф тә бермә-бер артты. Ә шулай ҙа һалдаттарыбыҙҙы юғалтҡан осраҡтар ҙа булды.

Ул йылдарҙы Фәнил ағайға хәтергә төшөрөп һөйләүе ауыр ине. Бер көн вертолеттарҙа десантсыларҙы ташлайҙар. Күпмелер ваҡыт үткәс, улар менән бәйләнеш өҙөлә. Ике көндән һуң ғына засадаға эләгеп, һәләк булғандары асыҡлана. Вертолеттарҙа барып, уларҙың кәүҙәләрен тейәп алып ҡайталар.

Ә бер ваҡыт хәрби осошҡа киткән вертолетты дошмандар шартлатырға өлгәшә һәм ул тау араһына ҡолай. Икенсеһе экипажды ҡотҡарыу өсөн ергә ултыра. Ләкин дошмандар ут аса. Һалдаттарҙы ҡотҡарырға ынтылған егеттәр араһында Фәнил ағай ҙа була. Вертолеттан һикереп төшкән саҡта аяғын һындыра һәм бер ай госпиталдә дауалана. Экипаж ҡотҡарыла, ә инде вертолетты дошмандар ҡулына ҡалдырмаҫ өсөн уны шартлатырға мәжбүр булалар.

Фәнил Хәсәнов һауаға күтәрелгән һәр вертолеттың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, оҙатып ҡала торған булған. Афған ерендә 1 йыл да 8 ай хеҙмәт итеү осоронда 5 вертолет экипажын көтөп ала алмай... Баҡтиһәң, бына шул ҙур юғалтыуҙар беҙҙең яугирға һаман да тынғылыҡ бирмәй, төштәренә инә икән.

Өфө ҡалаһынан бергә хеҙмәт иткән офицер - өлкән лейтенант Виктор Проников Фәнил ағайҙы һәр ваҡыт “земляк” тип үҙе менән бергә йөрөтөр булған. Уның менән 14 тапҡыр хәрби осош яһай. Ҡара янған Афғанстан менән ғәзиз Башҡортостандың араһында айырма ер менән күк араһындай булыуын күреп, тыуған яҡтарын һағынған саҡтары әҙ булмай. Ҡара янған, яланғас, аслыҡтан ҡаҡ һөйәккә ҡалған балаларҙың ҡулдарын һоноп: “Эй, шуравей, дай хлеб”, - тип мөлдөрәп ҡарап торғандары күҙ алдынан китмәй. Шуныһы ғәжәпләндерә, балсыҡтан яһалған ҡоймаларҙы уратып алған кишлактарҙы үҙенән ҙур автомат тотҡан бәләкәй генә малайҙар һаҡлай торғайны. Улар шулай бәләкәстән хәрби әҙерлек алып үҫәләр. Пәрәнжә ябынған әсәйҙәре, аңлашыла, көнкүреш мәшәҡәттәре менән булышалыр. Ә атайҙары ҡайҙа булғандарҙыр, белмәйбеҙ. Аллаға шөкөр, беҙҙә тыныслыҡ, ризыҡҡа ла мохтажлыҡ кисермәйбеҙ”, - ти ул.

- Ә шулай ҙа дембелде көтмәнек. Сөнки беҙгә көндәрҙе һанамаҫҡа өйрәттеләр, - ти Фәнил Абдулла улы. - Бер ваҡыт саҡырып алдылар ҙа, йыйынырға ҡуштылар. Ике көндән килгән самолет менән беҙҙе ҡайтарып ебәрҙеләр. Шуныһына ҡыуанам, беҙҙең саҡырылыш егеттәренең бөтәһенә лә иҫән-һау ҡайтырға насип булды.

Фәнил Хәсәновтың күкрәген 8 награда - “ВЛКСМ-дың Үҙәк комитеты” билдәһе, “Мәрхәмәтле Афған халҡынан”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” һәм юбилей миҙалдары биҙәй. Бөгөн дә ул үҙенең хеҙмәттәштәре менән бәйләнеш тота. Баймаҡ районынан 4 егет менән бергә хеҙмәт итә. Бөгөн уларҙың береһе генә – сығышы менән Икенсе Этҡол ауылынан булған Ғиниәт Әминев Нефтекама ҡалаһында йәшәй.

Фәнил ағай ғүмерлек юлдашы Мәрйәмә апай менән бергә 38 йыл матур ғүмер итә. Ике ҡыҙ балаға – Динә менән Зиләгә ғүмер биреп, уларҙы үҙ аллы тормош юлына баҫтырғандар. Зилә – врач, Миәкә районы егетенә кейәүгә сығып, шунда тормош ҡорған. Динә - музыка уҡытыусыһы. Тормош иптәше - Ишбирҙе егете Ғәлийән Халиҡов менән Нижневартовск ҡалаһында йәшәйҙәр. Хәсәновтар – йыр-моңға ғашиҡ ғаилә. Үҙҙәре лә генә түгел, балаларында ла сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгәндәр. Фәнил ағай – баянда, Мәрйәмә апай мандолинала, скрипкала уйнай. Фәнил ағайҙың интернет киңлектәрендә гиҙгән йырҙары ла тыуған иленә, ауылына бағышлана. Ундай моң бары тик тыныслыҡ менән һуғышты, аслыҡ менән туҡлыҡты үҙ иңдәрендә татыған кешенең күңеленән генә ниндәйҙер бер нескәлек менән урғылалыр ул...

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас: