Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Ватан һағында
12 Августа 2020, 17:00
Халыҡ хәтере мәңгелек
2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй Президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, “Батырлыҡ” ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй Геройы исеме бирелде. Улар араһында беҙҙең райондың Мерәҫ ауылынан Фәнис Ишморатов та була.
Добавить в предпочтительные источники Google
2000-се йылдың 12-се авгусында Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендәге күнекмәләре барышында субмарина 108 метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Рәсәй Президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр үлгәндән һуң, “Батырлыҡ” ордены менән бүләкләнде, карап командирына Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында Башҡортостандан дүрт диңгеҙсе була: командир Роберт Гесслер, өлкән инструктор Наил Хафизов, кок-инструктор Салауат Янсапов, 1974 йылда Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында донъяға килгән техник-турбинасы мичман Фәнис Ишморатов. «Курск» фажиғәһендә ҡорбан булған моряктарға, шулай уҡ дингеҙҙә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға ихтирам йөҙөнән Өфөлә 2006 йылда һәйкәл ҡуйылған. Ә инде Фәнис Ишморатовтың тыуған ауылында ла тыуғандары, дуҫтары, ауылдаштары көсө менән уның хөрмәтенә обелиск ҡалҡып сыҡты.
Халыҡ хәтере мәңгелек!
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"