Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
28 Июль 2020, 20:25

ЯУГИР ТӨШӨ

Ҡадир тағы ла сәғәткә ҡараны. Юҡ, урынынан да шылмаған. Әллә сәғәт уҡтары бер-береһенә йәбешкән инде! Ул һалынған урынына ҡараны. Әллә ятып ҡарарғамы? Бәлки, йоҡлай алыр. Табип яҙып биргән йоҡо дарыуҙары күптән уны ала алмай инде. Уның ҡарауы икенсе көнөнә йоҡомһорап, хәлһеҙ йөрөй. Егерме йыл элек булған, көн һайын оноторға маташҡан һайын йөрәгенә нығыраҡ үтә барған һуғыш бер мәлгә лә башынан сыҡмай бит. Һуңғы осор тағы йоҡлай алмай башланы. Ятыу менән һаташа, тертләп йә ҡысҡырып уяна. Ә йоҡоһоҙ ҡыйын икән ул. Бушҡа ғына фашистар тотҡондарҙы йоҡлатмай ыҙалатып, психик ауырыуға дусар итеп үлтермәгән бит. Ял итмәгән мейе аша бер үк ваҡиға үтә, ә уныһы йөрәккә бирә. Йоҡлап китһә лә, шул уҡ ҡанлы яу урынын ғына күрә. Асылып китеп, һөйләшер кешеһе лә юҡ бит, исмаһам. Хәйер, ундай кисерештәрен бер кемгә лә һөйләй алмаҫ ине ул.

Шартлау... Тағы бер шартлау... Уның тауышы уратып алған тауҙарға ғына түгел, ә йоторға ғына әҙер торған упҡынға ла төшөп тантана итте. Егеттең күҙ алдына ҡанға уҡмашҡан иптәштәре килеп баҫты. Ә комбат...

Ҡадир тағы ла сәғәткә ҡараны. Юҡ, урынынан да шылмаған. Әллә сәғәт уҡтары бер-береһенә йәбешкән инде! Ул һалынған урынына ҡараны. Әллә ятып ҡарарғамы? Бәлки, йоҡлай алыр. Табип яҙып биргән йоҡо дарыуҙары күптән уны ала алмай инде. Уның ҡарауы икенсе көнөнә йоҡомһорап, хәлһеҙ йөрөй. Егерме йыл элек булған, көн һайын оноторға маташҡан һайын йөрәгенә нығыраҡ үтә барған һуғыш бер мәлгә лә башынан сыҡмай бит. Һуңғы осор тағы йоҡлай алмай башланы. Ятыу менән һаташа, тертләп йә ҡысҡырып уяна. Ә йоҡоһоҙ ҡыйын икән ул. Бушҡа ғына фашистар тотҡондарҙы йоҡлатмай ыҙалатып, психик ауырыуға дусар итеп үлтермәгән бит. Ял итмәгән мейе аша бер үк ваҡиға үтә, ә уныһы йөрәккә бирә. Йоҡлап китһә лә, шул уҡ ҡанлы яу урынын ғына күрә. Асылып китеп, һөйләшер кешеһе лә юҡ бит, исмаһам. Хәйер, ундай кисерештәрен бер кемгә лә һөйләй алмаҫ ине ул.

Мәктәптә бик үк яҡшы уҡымаһа ла, спорт менән дуҫ булды Ҡадир. Йүгереү, саңғы ярыштарында уға етеүсе булманы. Бала саҡтан ныҡ булып үҫеүенә атаһы күп көс һалды. Унан ауыл балаһы утын-һыу ташып, бесән эшләп, мал ҡарап физик яҡтан тиҙ өлгөрә шул. Мәктәптә уҡыуы ла еңел булды. Спорт ярыштарында үҙ белем усағын яҡшы яҡтан танытҡан егеткә уҡытыусылары таяныс ине. Ул ваҡытта хәҙерге ваҡытта балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә ҡотон алған Берҙәм дәүләт имтихандарының булмауы бик отошло булғандыр. Шулай ҙа туғыҙынсы класты тамамлағас класс етәксеһе уға: “Ҡадир, һин ун берҙе бөтөү менән әрмегә китәсәкһең. Юғары уҡыу йортона инә алыуың икеле. Әллә техникумға китәһеңме? Исмаһам, әрмегә тиклем берәй һөнәр алып өлгөр. Юғиһә, һуңынан уҡымайһың һин. Егеттәр тиҙ ялҡаулана”,-тине.

Ҡадир ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, физкультура уҡытыусыларын әҙерләгән техникумға барырға булды. Физик әҙерлеге яҡшы, проблема булмаҫ, тип уйланы ул. Тик башҡорт ауылынан сыҡҡан егеткә бар фәндәрҙе тик рус телендә уҡыуы еңелдән булманы. Ҡаланыҡылар ҙа уларға теш ҡайрап маташты. Әммә һәр саҡ бергә булған ауыл егеттәре бирешмәне. Ярыштарҙа техникум исеменән сығыш яһаған Ҡадирҙың зачеткаһына имтихан билдәләре үҙенән-үҙе ҡуйылды.

18 йәше тулғас, әрмегә алынды. Бер ниндәй тулҡынланыуһыҙ, борсолоуһыҙ китте ул. Атаһы хеҙмәт иткән, ағалары ла, күрше-тирә лә, шуға күрә әрменән ҡасырға маташыу уйы башына ла инмәне. Техникумда уҡып, ятаҡта йәшәп, тағы ла нығыраҡ сынығып алған егет тәүҙә учебкаға оҙатылды. Илдә сыуалыш заман. Дөрөҫөрәге, чечен һуғышы барған мәл. 18 йәшлек яндырай малайҙар: “Эх, беҙҙе шунда ебәрһәләр ине”,-тип хыялланыр булды. Улар өсөн һуғыш бала саҡтағы кеүек уйынсыҡ автомат тотоп, баҫтырышып йөрөү һымаҡ ине. Тик унда ысынлап та кешеләрҙең ғүмере өҙөлөүе, яңы ғына һөйләшеп ултырған дуҫыңдың шартлап юҡҡа сығыуын күреп аҡылдан яҙыуың бар икәнен береһе лә башына килтермәне.

Тәғәйен часть эсенә алып килеп тултырҙылар. Тағы карантин, тағы һынауҙар. Был юлы физик әҙерлегеңде түгел, ә “дед”тар һынап ҡарай башланы. Яңы килгәндәрҙе төн уртаһында торғоҙоп та, бәҙрәф эсенә индереп тә ныҡлыҡҡа “һынайҙар”. Ауыҙ-мороно ҡанға батып килеп ингән егеттәрҙе күреп йөрөгән Ҡадир үҙенә лә сират еткәнен көттө. “Үлтерһә – үлтерһендәр, әммә маңҡам бысылдап, бынау һымаҡ илап ултырмаясаҡмын”,-тине ул күрше карауаттағы егеткә ҡарап. Тиҙҙән уны ла саҡырҙылар. Дүрт “дед” эре генә ҡарап ултыра. Туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп маташтылар, әллә ниндәй һорау биргән булдылар. Ҡадир өндәшмәгәс: “Не понимаешь что ли нас, чурка?”-тип береһе ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡадир уның күҙенә текләп: “Я башкир!”-тине. Тегеләр тәүҙә һаһылдап көлдө, унан береһе: “Постираешь!”-тип уға әйберен ырғытты. Ҡадир эстән ныҡ ярһып торһа, тыныс тауыш менән: “Сам постираешь!”-тине. Теге “дед” ҡыҙа башлағайны, икенсеһе туҡтатты: “Не кипятись, видишь он уже стойку принял. Драться будет на смерть, я башкир знаю”,-тип йылмайҙы.

Ошонан һуң Ҡадирға башҡа һүҙ әйтеүсе булманы. Әлбиттә, ул бынан эреләнеп тә, башбаштаҡланып та китмәне. “Дед” булыуҙы ул килгәндә генә уйлап тапмағандар. Элек-электән әрмелә килгән күренеш. Дембелгә тиклем бер кем ихтирам итмәгән ҡолға әйләнәме йәки үҙ-үҙен һаҡлай аламы - һәр кемдең үҙенән тора. Күрше карауатта йәшәгән егет кеүек. Ҡадир уны башта бик йәлләй торғайны, тик һуңынан йәне көйә башланы. Физик көсөң булмаһа ла, намыҫ тигән нәмә бар бит әле донъяла. “Дед”тар нимә тиһә лә йүгерә, уларына шул ғына кәрәк, нимә тип кенә ыҙалатмайҙар быны.

Ҡадирҙың бар тормошон, уй-фекерен, күҙаллауҙарын, маҡсат-хыялдарын селпәрәмә килтергән мәл төнөн башланды. Уларҙы ҡапыл ғына тревога буйынса ҡалҡытып, самолетҡа ултыртып алып киттеләр. Һөйләшергә ярамай, барыһы ла тын эшләнде. Ҡайҙалыр барып туҡтағас, йүгертеп вертолеттарға тейәнеләр һәм тағы остолар. Хәҙер барыһына ла уларҙы чечен һуғышына алып барыуҙары аңлашылды. Ҡадир яңыраҡ ҡына әсәһенең хатында: “Балам, һине Чечняға ебәрмәгәндәрҙер ул? Һин тыныс урында хеҙмәт итәһең бит? Бар ауыл менән борсолабыҙ һинең өсөн”,-тип яҙғаны хәтеренә килде.

Вертолеттан төшкән һалдаттар тирә-яғына ҡаранды. Тауҙар, йәшеллек һәм һауала торған аңлашылмаған ят еҫ. Бәлки, Ҡадирға ғына тойолғандыр ул. Шул саҡ йөрәге Ирәндек тауҙарын һағынып, семетеп-семетеп алды. “Мин һине көтөрмөн”,-тип илап ҡалған һөйгәне нимә эшләй икән хәҙер? Вәғәҙәһендә тора алырмы икән?

Шул саҡ уларҙың янынан үтеп барған бер һалдаттың: “Новое мясо привезли”,-тип һаһылдап көлөүе барыһын да һиҫкәндереп ебәрҙе. Комуфляж формаһы ла, үҙе лә ҡояшҡа янып бөткән яугир әйләнде лә: “Шучу, ребятки, у нас весело!”-тип тағы ла ҡысҡырыбыраҡ көлөп ебәрҙе. Уға ҡушылып башҡалар ҙа йылмайған булды.

Бында частәге кеүек ҡәтғи тынғылыҡ түгел ине. Төнөн дә көлгән тауыштар, хатта гитараға ҡушылған йырҙар ишетелеп ҡала. Һуғыш еренә килгәс, “дед”тар ҙа шымып ҡалды. Хәҙер һәр береһе ҡораллы, шунан шикләнделәрме, әллә үлемдең янда ғына йөрөүе яҡынайттымы уларҙы, билдәһеҙ. Тауҙар буйлап сығып киткән төркөмдәрҙең тулы ҡайтмауы йә яралыларҙы күтәреп ҡайтыуы ла ныҡ ауыр күренеш булды. Ҡадир: “Ҡасан беҙҙе ҡайҙалыр ебәрәләр инде? Былай көтөп ятыуы күпкә ауыр”,-тип уйлана ине. Йәш егет тиҙерәк ут эсенә инеп, тормошондағы ошо мәхшәргә нөктә ҡуйыу тураһында ғына хыяллана башланы. Өйҙән бер генә хат килеп етте. Яйлап ултырып яуап яҙҙы. “Борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт. Төрлө дәрестәр, лекциялар үткәрәләр. Күберәк физик күнекмәләр эшләйбеҙ. Бик яҡшы ашаталар, хатта һимереп киттем”,-тип яҙған булды. Үҙенең ут эсендә йөрөүе тураһында ләм-мим.

Ҡадирҙы һөйгәненән хат килмәүе борсой ине. Хәҙер ярты йылдан ашыу хеҙмәт итә. Тәүге айҙарҙа һөйгәне бик йыш яҙҙы, фотоларын ебәрҙе. Ҡадир өсөн был иң оло ҡыуаныс ине. Хатта ата-әсәһенән килгән хатты ашыҡ-бошоҡ уҡый ҙа, һөйгәненән килгәнен ҡабат-ҡабат уҡып, түш кеҫәһенә һалып йөрөнө. Әҙ генә ял итергә ваҡыт бирһәләр ҙә, шул хаттарҙы сығарып уҡыр ине. “Яратам, көтәм” тигән һөйләмдәрен эҙләп, күҙе менән ашарҙай булып текләп ултырыр ине. Һөйгәненең фотоһын да йөрәк түрендә генә йөрөттө. Ут эсенә килгәс, был хаттар үтә ҡәҙерле булып китте. Көнөнә әллә нисәмә мәртәбә алып уҡып,, тынысланыр ине. Бер көн фотоһын ҡарап ултырғанда, бер егет алып ҡараны ла: “Бигерәк сибәр бит, көтөрмө икән?”-тип баш сайҡап ҡуйҙы. Ҡадир ҡыҙа башлағайны, “Беҙ ошонан тере ҡайтайыҡ әле, ә ҡалғаны мөһим түгел ул”,-тине.

Бер көн техникумдан һуң юғары уҡыу йортона уҡырға ингән ауылдаш егеттән хат алды. “Извини, брат, әйтмәйенсә булдыра алмайым, һинең йөрөгән ҡыҙыңды икенсе егет менән күрҙем. Кейәүгә сыға, тиҙәр”,-тигән юлдарҙы күреп тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Күҙ алдына һөйгәненең илауҙан шешенгән йөҙө: “Мин һине көтөрмөн, йәнем”,-тип бышылдаған тауышы ишетелгәндәй булды. Нисек инде улай?! Буш һүҙҙер ул?! Ҡадир ярһыуынан нимә эшләргә белмәне. Иптәштәре барыһын да һүҙһеҙ аңланы, шикелле. Сөнки Ҡадирҙың һәр саҡ тыныс, сабыр, һалҡын ҡанлы булыуына күнеккән улар. Ярһый икән, тимәк, сәбәбе бик етди.

Бәләле хатты алғандың икенсе көнөнә уларҙың ротаһын махсус заданиеға ебәрәсәктәре тураһында ишетелде. Вертолетҡа тейәлгән егеттәрҙе бер ҡалҡыулыҡҡа ҡалдырып киттеләр. Үҙҙәренән алда бында хеҙмәт иткән яугирҙәрҙе күрҙе улар: ҡояшҡа янғандар, йонсоғандар, ҡараштары ауыр. Вертолет был һалдаттарҙы алып ҡайтып китте. Яугирҙәр яңы килгәндәр менән күптән күрешмәгән дуҫтар һымаҡ ҡосаҡлашып һау булашты. Берәүһе: “Держитесь, ребятки и вернитесь живыми”,-тине.

Көн һайын тирә-яҡты ҡарап сығып, төп часкә мәғлүмәт ебәреү башланды. Ҡадир ҡайһы саҡта улар шулай ятыр-ятыр ҙа, һис ни булмағандай ҡайтып китер, тип уйлай башланы. Тик яңылышҡан икән шул...

Улар көтмәгәндә һөжүм итте. Ҡапыл башланған шартлау, атыу тауыштарынан күптәр юғалып ҡалды. Әммә тәжрибәле комбат уларҙы тейешле позицияға урынлаштырып, һөжүмде ҡаршы алдылар. Үҙҙәренә ҡарай ағылған дошман һалдаттарын күргән Ҡадирға күпмелер мәлгә генә: “Мин уларҙы үлтерергә тейешме ни?”-тигән уй килде. Унан әгәр ул атмаһа, үҙен үлтерәсәктәрен аңлаған яугир ҡоралына йәбеште. Ҡапыл ғына тынлыҡ урынлашты. Ҡадирға ниңәлер был тынлыҡ шартлау тауыштарынан да ҡурҡыныс булып тойолдо. Командирҙар яралыларҙы, үлеләрҙе иҫәпләй башланы. Ҡадир иҫәңгерәп ултыра бирҙе. Ҡаты яралыларҙы йыйырға ҡушҡас, эшкә тотондо. Ҡанға батып ятҡан иптәштәре ыңғыраша, кемеһелер аңһыҙ, бәғзеләрҙең аяҡ-ҡулы өҙөлгән, ҡайһы берәүҙәренең... Нисәмә йыл үтһә лә ошо ҡурҡыныс күренеш күҙ алдынан китмәй шул. Уның менән бергә яралыларҙы йыйып йөрөгән иптәше түҙмәй ситкә йүгереп ҡоҫа башланы. Ошо мәлдә Ҡадир ғүмерендә тәүге тапҡыр ҡаты итеп һүгенгәндер. Тегеһе ярһыған Ҡадирҙан ҡурҡып, йүгереп килеп носилкаға йәбеште. Ҡанға мансылған иптәштәрен бер ышыҡ урынға ташыны улар. Унан комбат барыһын да йыйып алып: “Был ваҡытлы тынлыҡ, хәҙер улар тағы һөжүмгә барасаҡ. Түҙегеҙ! Тиҙҙән беҙгә ярҙам килеп етәсәк”,-тине.

Ысынлап та, тиҙҙән дошмандар тағы һөжүмгә ташланды. Был юлы һуғыш оҙағыраҡ дауам итте. Ҡадир үҙенән ситтә урынлашҡан иптәшенең шартлау менән бергә өҙгөсләнеп юҡҡа сығыуын күреп, аҡылдан яҙыр сиккә етте. Өсөнсө һөжүмдә дошмандар уларҙың ҡалҡыулығына бәреп инде. Ҡаты яраланған Ҡадир, аңын юғалтыр алдынан, дошмандарҙың комбатты үлгән иптәштәренең мәйеттәрен өйөп, шунда ҡот иткес итеп язалағанын күрҙе...

Аңына килгәндә ул госпиталдә ята ине. Был хәл тураһында артыҡ һөйләмәнеләр ҙә, сөнки ул һуғышта көн һайын тигәндәй ошондай ҡанлы фажиғә булып тора ине. Шулай ҙа ата-әсәһенә Ҡадирҙың госпиталдә ятҡанын әйткәндәр икән – улар килеп етте.

Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Ҡадир үҙен ярты ҡартайған кеүек хис итте. Һөйгәне, ысынлап та, көтмәгән, кейәүгә сыҡҡан. “Ярай, бәхетле булһын” тип уйланы ул. Ҡадир төнгө һаташыуҙарын, ҡайғы-хәсрәтен хәмер менән баҫты. Тик шуның менән генә онотолдо, бүреләй олорға мәжбүр иткән яңғыҙлығын, күңел яраһын дауаланы. Ата-әсәһе уны көсләп өйләндереп тә маташты, тик кәләше ярты йылға ла түҙмәй, ҡайтып китте. Балалары булманы.

Ике тиҫтә йыл үткәс, һаташыуҙары ниңәлер тағы ла көсәйҙе. Йоҡлай алмай өй буйлап үрле-ҡырлы йөрөй, күҙен йомһа – язаланған комбат, ҡанға уҡмашҡан иптәштәре килә. Хәҙер инде бер аҙна йоҡлай алмаған Ҡадирҙың көнө менән төнө буталды. Өлкәнәйгән әсәһенең: “Улым, әйҙә дауаханаға барып ҡарайыҡ”,-тигәненә ҡул ғына һелтәне. Кемгә генә күренмәнеләр – барыбер ярҙам итә алмайҙар.

Шаулаған башын тотоп ултырған Ҡадирға ҡапыл ниндәйҙер тауыш ишетелде. Тынысландыра ла, ҡайҙалыр саҡыра ла ине был тауыш. Бәй, аҙан тауышы ла инде. Ҡапыл башына мәсеткә барырға, комбаттың, иптәштәренең рухына бағышлап хәйер бирергә, аят уҡытырға кәрәк, тигән уй килде. Ҡадир тынысланып йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Был төндө ул яуҙа һәләк булған комбатты ла, иптәштәрен дә йылмайып, бергә усаҡ артында ултыралар икән тип күрҙе.

Ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт: “Ни өсөн һин тере, ә улар үле?!”-тип йөрәген матҡып тотҡан, тын алырға, йәшәргә бирмәгән уй ҙа яугирҙе ауынан ысҡындырҙы...

P/S Мәсеттә күңелдәргә үтеп инеп, уны сафландырған һәм тынысландырған доға яңғырай. Яуҙа һәләк булған комбатҡа, иптәштәренә аят бағышлаған имам-хатип күҙенән йәштәр тәгәрәүен дә тойманы. Таҙарыныу, сафланыу, кисереү тамсылары ине ул...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас: