Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Апрель 2020, 22:07

Бөгөн һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алалар

Һыу аҫты кәмәһенә бәйле иң ҙур авария 2000 йылдың 12 авгусында теркәлгән.

Бөгөн Рәсәйҙә һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алалар.
1989 йылдың 7 апрелендә Норвегия диңгеҙендә “Комсомолец” атом һыу аҫты кәмәһе һәләкәткә осрай. Аварияла 42 матрос үлә. Һыу аҫты кәмәһенә бәйле иң ҙур авария 2000 йылдың 12 авгусында булды – Баренц диңгеҙендә Курск һыу аҫты кәмәһендә 118 диңгеҙсенең ғүмере өҙөлдө. Улар арһында беҙҙең райондың Мерәҫ ауылынан мичман Фәнис Ишморатов та була.
Уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Мерәҫтә обелиск булдырылған.
Икенсе донъя һуғышынан һуң, илдә 30-лап һыу аҫты кәмәһе фажиғәгә тарыған.
Читайте нас: