Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
27 Ғинуар 2020, 16:45

“Бөтәһе лә үлде... Таня ғына ҡалды...”

1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград тулыһынса дошман ҡамауынан азат ителә. Шуның менән Бөйөк Ватан һуғышы тарихында киң билдәле 900 көнлөк блокада тамамлана. Бйыл уның 76 йыллығын билдәләйбеҙ.

1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград тулыһынса дошман ҡамауынан азат ителә. Шуның менән Бөйөк Ватан һуғышы тарихында киң билдәле 900 көнлөк блокада тамамлана. Бйыл уның 76 йыллығын билдәләйбеҙ.

Немец армияһы Лениград янына 1941 йылдың сентябрендә килеп етә. Ләкин көслө ҡаршылыҡҡа осрай һәм артабан үтә алмай. Шунлыҡтан фашистар Ленинградты ҡамауға ала. Һалдаттар һәм ҡала халҡы, дошмандың туҡтауһыҙ бомба тотоуына һәм аслыҡҡа ҡарамаҫтан, ҡаланы һаҡлауын дауам итә. 1943 йылдың ғинуарында Совет ғәскәрҙәре көслө һөжүм башлай һәм гитлерсыларҙың фронтын өҙөп, уларҙы Ленинградтан 200 саҡрымға тиклем алып ташлай.

Блокада осронда 400 меңдән алып миллион ярымға тиклем кеше һәләк була. Ленинград блокадаһының шул ҡәҙәр ҙур фажиғәле булыуын Таня Савичеваның көндәлегендәге яҙыуҙы ҡарап та белергә була:

Дневник Тани Савичевой

Страницы дневника.

28 декабря 1941 года. Женя умерла в 12 часов утра.

Бабушка умерла 25 января 1942-го, в 3 часа дня.

Лёка умер 17 марта в 5 часов утра.

Дядя Вася умер 13 апреля в 2 часа ночи.

Дядя Лёша 10 мая в 4 часа дня.

Мама — 13 мая в 7.30 утра 1942 года.

Савичевы умерли. Умерли все.

Осталась одна Таня...”

Читайте нас: