Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
30 Май 2019, 19:17

Стела асылды

Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан 26 майҙа автоуҙыш уҙғарылды. Кисәге ил сиге һаҡсылары Рәмис Әмиров етәкселегендәге “Хәрби ҡәрҙәшлек” ойошмаһы менән берлектә төрлө ауылдарҙа йәшәгән ветерандарҙың хәлен белеште. Шулай уҡ улар хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған хеҙмәттәштәренең ғаиләһенә барып киттеләр.

Сибай ҡалаһындағы “Барыҫ” клубы етәксеһе Рәсүл Аманов сығышы менән Билал ауылынан. Тыуған ил алдындағы бурысын сит ил сигендә үтәй. Рәсүл тыуған ауылында хеҙмәттәштәренең иҫтәлегенә стела асыу тураһында хыяллана икән. Уның был уйын тормошҡа ашырырға Билал ауылы биләмәһе хакимиәте менән үҙенең бергә эшләгән дуҫтары ярҙам итә. Тап үҙҙәренең байрамында ауыл халҡы менән берлектә матур тантана ойоштороп, ил сиге һаҡсыларына стела асылды. Был турала ошо уҡ ауылдың китапханасыһы Райхана Булатова былай тип яҙҙы:

- Берәү, икәү, өсәү... биш... ун биш... - күпме һанаһам да осона сыға алманым. Ил сиге һаҡсылары ветерандары тантаналы маршта баҫып атлап килеүҙәре үҙе бер матур күренеш. Эргәлә торған малайҙар күҙҙәре янып, дәртләнеп китте. Арыраҡ ултырған инәйҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һоҡланыулы ҡараштары, бабайҙарҙың ҡаш өҫтөнә ҡулдарын ҡуйып һәр бер ир-егетте танырға тырышыуҙары, фотографтарҙың бер-бер артлы фото төшөрөүе, телевидение хеҙмәткәрҙәренең ил һаҡсыларынан һорау алыуы, арыраҡ мул табын артында ҡайнар самауырҙар боҫрап ултырыуы, йыр-бейеү - быларҙың барыһы ла байрамға йәм, дәрт, рух өҫтәне.
Стеланы асыу хоҡуғы ауылдашыбыҙ, Афған яуы ветераны, Сибай ҡалаһының “Барыҫ” ойошмаһы етәксеһе Рәсүл Амановҡа һәм райондың “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы етәксеһе Рәмис Әмиров өлөшөнә төштө. Рәсүл ағай байрамға буш ҡул менән килмәгән. Билал биләмәһенә ҡараған ауылдарҙағы бер ғаиләнән бер нисә егет ил сиге һаҡсылары булған. Ана шуларҙың ата-әсәләренә күстәнәстәр таратты.
Рәмис Рәфис улы Афған яугирҙарына юбилей миҙалдары тапшырҙы. Биләмә башлығы Илдар Шәһәрғәзе улы стела эшләүҙә ярҙам иткән ир-егеттәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Йәшел беретлыларҙың барыһына ла үҙ-ара татыу, көслө рухлы, тыуған ерҙәренә һәм халҡына тоғро булыуҙарын теләйбеҙ. Ватаныбыҙҙың иң көслө һәм иң сыҙам заттары ла тап ил сиге һаҡсылары. Һеҙҙе бушҡа ғына илдең ҡалҡаны тип атамайҙар. Ошо исемгә тап төшөрмәгеҙ!

Читайте нас: