Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
20 Май 2019, 18:47

Ә һин әрмегә әҙерме?

Баймаҡта “Зарница” хәрби-спорт уйынының төбәк этабы үтте. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына арналғайны. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай, Межгорье ҡалаларынан туғыҙ команда ярышты.

“Зарница”ла ҡатнашыусылар алдына барлығы 14 төр һынау ҡуйылған ине. Ярышта уҡыусыларҙың теоритик белемдәре генә түгел, ә уларҙың физик яҡтан әҙерлектәре лә тикшерелде.

Рәсәй тарихы буйынса белемде тикшереү, граната ташлау, тигеҙ сафтарҙа йырлап уҙыу, мәргәнлекте һынау, мылтыҡты ҡороп-йыйыу, ҡаршылыҡ һыҙатын үтеү, йүгереү, йөҙөү... Ошо һәм башҡа төр ярыштарҙың береһе лә еңел бирелмәне. Шулай ҙа буласаҡ һалдаттар һынатманы. Ярыштар ҡаланың дүрт майҙансығында үтте. Беренсе урынды Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе командаһы яуланы! Афарин! Икенселә – Сибайҙың 12-се, өсөнсөлә Учалының 10-се мәктәптәре командалары. Башҡалар төрлө номинацияларҙа билдәләнеп бүләкләнде.

Ярышта ышаныслы рәүештә
еңеү яулаған Баймаҡ командаһы июндә үтәсәк “Зарница” хәрби-спорт
уйынының республика этабында ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: