Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
6 Апрель 2018, 16:58

Хәрби бурысҡа тоғро ҡалып

Артур Рафиҡ улы Кәримов Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариатта 2007 йылдан эшләй.

Артур Рафиҡ улы Кәримов Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариатта 2007 йылдан эшләй. Ә инде 2016 йылда йәшерен документтар менән эшләү бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Бурыстарына яуаплы ҡарауы, юғары һөнәри оҫталығы өсөн коллективының абруйын яулаған. Һәр бер мәсьәләгә төплө фекерен, үҙ ҡарашын белдерә алыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Эштәрҙе планлаштырыу, ойоштора белеү һәләтенә эйә.

Артур Кәримов етәкләгән бүлек Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты һәм хәрби частар менән эшләй. Запаста булғандарҙы мобилизациялау буйынса ла эш алып баралар. Контракт буйынса хеҙмәткә алыныусылар менән дә эш итеү уларҙың иңенә йөкмәтелгән. “Һуңғы ваҡытта контракт менән хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр арта. Сөнки эш хаҡы юғары, хеҙмәт итеү уңайлыҡтары ла яҡшырҙы. Беҙҙең егеттәр башлыса Силәбе, Ульяновск, Алкино ҡалаларына, Тажикстан Республикаһына хеҙмәт итергә юллана”, – тине ул эш үҙенсәлектәре тураһында.

Лилиә Такаева.

Автор фотоһы.
Читайте нас: