Уңған хужабикә
29 Сентября , 11:30

Уңған ҡулдарҙа бәрәкәт бар

Уңған ҡулдарҙа бәрәкәт бар Һәр ауыл үҙенең күркәм ғаиләләре, уңған ҡатын-ҡыҙҙары, тырыш ир- егеттәре менән матур. Ауыл тормошона йән өрөп, һәр көндән ҡыуаныс табып, мал көтөп, баҡса үҫтереп гөрләтеп йәшәгән бындай кешеләр һоҡланыу уята. Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы Хәсәнова - тап шундайҙарҙан. Малын да көткән, баҡсаһын да үҫтергән, ауылда ике ойошма етәксеһе булған маҡсатлы, әүҙем, ихлас, киң күңелле, бал ҡортондай эшһөйәр Фирҙәүес апай Хәсәнова тураһында тулыраҡ сайтта: 

Добавить в предпочтительные источники Google

Һәр ауыл үҙенең күркәм ғаиләләре, уңған ҡатын-ҡыҙҙары, тырыш ир- егеттәре менән матур. Ауыл тормошона йән өрөп, һәр көндән ҡыуаныс табып, мал көтөп, баҡса үҫтереп гөрләтеп йәшәгән бындай кешеләр һоҡланыу уята. Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы Хәсәнова - тап шундайҙарҙан. Ауылдаштары уны әүҙем, эшһөйәр, уңған баҡсасы булараҡ белә һәм хөрмәт итә.
Баймаҡ районы Хисмәт ауылы ҡыҙы Түбәнге Яйыҡбай ауылына 1972 йылда килен булып төшә. Буласаҡ тормош иптәше Хәмитйән Рәхимйән улы менән Беренсе Этҡол ауылында таныша улар. Был ваҡытта йәш ҡыҙ май заводында лаборант, егет мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Йәштәр дуҫлашып, мөхәббәттәрен һынағандан һуң, ғаилә ҡора. Һәм бер нисә йылдан егеттең тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Биш балаға - Гөлйемеш, Рөстәм, Рәсүл, Гүзәл, Рәфилгә ғүмер бүләк итә Хәсәновтар. Балаларын да үҙ өлгөләрендә хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл итеп үҫтерергә тырыша атай менән әсәй. Ләкин тулы ғаилә булып, бәхеткә сорналып йәшәп ятҡанда, көтөлмәгән ҡайғы килә - Хәмитйән Рәхимйән улы 46 ғына йәшендә ауырып мәрхүм булып ҡала. Был ваҡытта улдары Рөстәм менән ҡыҙҙары Гөлйемештең үҙ ғаиләләре була. Ҡалған өс балаға белем алырға ярҙам итеү, оло тормош юлына аяҡ баҫтырыу яңғыҙ әсә иңенә төшә. Тормош ҡуйған һынауға бирешмәй, балаларының яҡты, бәхетле киләсәге өсөн бар тырышлығын һала Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы: уларға матур итеп туйҙар үткәреп, изге фатихалары менән оло тормош юлына оҙата. Бынан тыш, 2010 йылда үҙ көстәре менән яңы йорт һалып сығалар. Әлеге ваҡытта әсә өсөн төрлө тарафта йәшәүсе һәр балаһы - көтөп алынған ҙур ҡунаҡ. Хәсәновтарҙың өлкән ҡыҙҙары Гөлйемеш менән кейәүҙәре Ирмәк Рәхимйән улы Баймаҡ ҡалаһында төпләнгән. Тырыш ғаилә автомобиль йүнәтеү буйынса үҙ эштәрен булдырған. Икенсе улдары Рөстәм Хәмитйән улы - Ниғәмәт мәктәбендә уҡытыусы. Рәсүл баш ҡалала йәшәй, вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Гүзәл Ниғәмәт ауылында ашханала, Рәфил Баймаҡта «Төҙөлөш» магазинында эшләй. Эйе, уларҙың һәр береһе ҡәҙерле әсәләрен ҡыуандырып, ғаиләләре менән матур итеп йәшәй һәм эшләй.
Ун алты ейән-ейәнсәргә, ике бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй-ҡартәсәй ҙә ул мәҡәләм геройы. «Ҡыҙҙарым менән улдарым, кейәүҙәрем, килендәрем, ейән-ейәнсәрҙәрем - иң ҙур байлығым. Һәр саҡ килеп, хәлемде белеп, ярҙам итеп торалар, Аллаға шөкөр. Бәхетле, парлы, имен-һау йәшәһендәр», - тине Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы балаларына изгелек-хәстәрлектәре, иғтибарҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп.
Ауыл уңғандарына хас тормош алып бара Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы: ҡура тултырып һыйыр, һарыҡ көтә, урам тултырып ҡош-ҡорт аҫрай. Һыйыр ағын эш итеп, унан бик күп тәмле-татлы ризыҡ әҙерләй. Эшһөйәр ханымдың иң яратҡан шөғөлө - баҡсасылыҡ. Иртә яҙҙан, ҡара көҙгә тиклем баҡса эштәрен яратып башҡара ул. Унда ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, алма ағастары үҫә. Ә йәшелсәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ?! Ҡыяр, кишер, борос, кәбеҫтә, сөгөлдөр, ҡауын, һуған һәм башҡалар ишелеп уңа. Ә ихаталағы күҙ яуын алырҙай аллы-гөллө сәскәләр күңелгә ял бирә, тирә-яҡҡа нур, матурлыҡ сәсә.
«Шәп баҡсаның сере нимәлә?» - тип һораным Фирҙәүес ханымдан. «Тейешенсә тәрбиәләп тороуҙандыр, тип уйлайым. Ҡыйын утап, һыу һибеп, кәрәк ваҡытта тупрағын йомшартып, матур итеп ҡарарға тырышам», тип яуапланы ул. Тилбер ханым йәшелсә-емештән икенсе уңышҡа етерлек итеп йөҙләгән банка компот, рассольник, салат, ҡайнатмалар әҙерләй. «Һатыуға ла сығараһығыҙмы әллә?» - тип һораным бихисап көҙлө байлыҡты күргәс. «Юҡ, бер ваҡытта ла һатҡаным булманы. Балаларымдың барыһы ла үҙҙәре баҡса үҫтерә. Ә мин туғандарыма, яҡындарыма күстәнәс итеп бирәм, күп итеп махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә лә ебәрәм», - тип яуапланы ул. Эйе, киң күңелле, сумарт Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы яу яланына гуманитар ылау ебәреүҙә һәр саҡ үҙ өлөшөн индерә. Әүҙем ханым ауыл тормошондағы бер саранан да ситтә ҡалмай. Ул «Ағинәйҙәр» һәм ирекмәндәр ойошмаһы рәйесе.
«Ағинәйҙәр менән ауылда, районда үткән мәҙәни сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнашып торабыҙ. Милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, уларҙы йәш быуынға еткереү буйынса ла эштәр алып барабыҙ», - тине ул. Бынан тыш, экологик өмәләрҙә лә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша улар.
«Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тиҙәр. Яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ярҙам иткән ауылдаштарыма, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Йорт илебеҙгә тыныслыҡ килһен, яуҙағы егеттәр тыуған яҡтарға имен-аман ҡайтһын, тигән изге теләктәребеҙ тормошҡа ашһын», - тине Түбәнге Яйыҡбай ауылының ирекмәндәр төркөмө рәйесе Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы.
Малын да көткән, баҡсаһын да үҫтергән, ауылда ике ойошма етәксеһе булған маҡсатлы, әүҙем, ихлас, киң күңелле, бал ҡортондай эшһөйәр Фирҙәүес апай Хәсәноваға ысын күңелдән һоҡландым. Донъя тап һеҙҙең ише кешеләр менән матур. Һаулыҡта, именлектә, балалар ҡыуанысында йәшәргә яҙһын һеҙгә, Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы!

Альбина БАЙЕГЕТОВА. 

Автор:Альбина Байзигитова