Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Уңған хужабикә
16 Августа , 10:00

Еңел генә!

Был щи, магазиндыҡынан айырмалы рәүештә, хуш еҫле булыуы, һурпаға айырым тәм биреүе менән айырыла. 0,5 литрлыҡ 15 банка щи әҙерләү өсөн 3 кг бешкән помидор, 1-әр кг кәбеҫтә, кишер, һуған, татлы борос, 400 г петрушка тамыры һәм 100 г петрушка үләне, 150 г шәкәр ҡомо, 100 г тоҙ, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 200 г үҫемлек майы, 3 лавр япрағы, 5-7 бөртөк ҡара борос, 3 бөртөк хуш еҫле борос кәрәк.

0,5 литрлыҡ 15 банка щи әҙерләү өсөн 3 кг бешкән помидор, 1-әр кг кәбеҫтә, кишер, һуған, татлы борос, 400 г петрушка тамыры һәм 100 г петрушка үләне, 150 г шәкәр ҡомо, 100 г тоҙ, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 200 г үҫемлек майы, 3 лавр япрағы, 5-7 бөртөк ҡара борос, 3 бөртөк хуш еҫле борос кәрәк.

Бөтә йәшелсәләрҙе йыуырға. Помидорҙы ҡайнар һыуҙа тотоп, тышын таҙартырға һәм шаҡмаҡлап турарға. Кәбеҫтәне, татлы боросто, петрушканы ваҡлап, һуғанды ярымҡулсалап турарға, кишер менән петрушка тамырын ҡырғыстан үткәрергә. Барыһын бергә ҡушып, тәмләткестәр, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе, үҫемлек майы һалырға һәм бутарға. 30 минут ултыртып торорға. Стерилләнгән банкаларға тултырырға, тимер ҡапҡастарҙы банкаларҙың өҫтөнә ҡуйып 40 минут стерилләргә. Һуңынан ҡапҡастарын ныҡлап ябырға.

Был щи, магазиндыҡынан айырмалы рәүештә, хуш еҫле булыуы, һурпаға айырым тәм биреүе менән айырыла.

Һунарсы салаты

Салат өсөн 1 кг йәшел помидор, 1 кг ҡыяр, 1 кг кәбеҫтә, 1 кг татлы борос, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 – 2 һарымһаҡ, петрушка, укроп, тоҙ, ярты стакан аш һеркәһе, 1 стакан көнбағыш майы алына. Йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турап, тәмләткестәр һалып. бер сәғәт бешерергә һәм стерилләнгән банкаларға һалырға.

Татлы боростан лечо

Лечо өсөн 2 кг помидор, 1 кг татлы борос, 1 кг һуған, 150 мл көнбағыш майы, 20 мл аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ шәкәр, 10 бөртөк хуш еҫле борос, 2 ҡалаҡ тоҙ алына. Борос менән һуғанды шаҡмаҡлап турарға. Помидорҙы ҡырғыс аша үткәреп, уға шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе, төйөлгән хуш еҫле борос һалырға. Барыһын бергә бер сәғәт тирәһе бешерергә.

Маринадланған борос

Маринадланған борос йомшаҡ булһын өсөн башта 3 минут ҡайнап торған һыуҙа, һуңынан 2 минут һыуыҡ һыуҙа тоторға.
Боростарҙы оҙонсалап, йә түңәрәкләп турарға мөмкин.
Маринад әҙерләү өсөн1 литр һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 25 мл аш һеркәһе, 2 – 3 бөртөк хуш еҫле борос, 1 – 2 лавр япрағы алына. Йәшелсәне банкаларға тығыҙлап һалып сыҡҡас, ҡайнар маринад ҡойола.

Борщ

1 кг кишер, 1 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 – 2 баш һарымһаҡ,1,5 кг помидор, 1 кг татлы борос, петрушка, укроп алына. Боросто, һуғанды турарға, кишер­ҙе, сөгөлдөрҙө, һарымһаҡты, помидорҙы ҡырғыстан үткәрергә. Әҙер массаға ваҡ ҡына турап укроп, петрушка, тәменә ҡарап тоҙ, шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы һалына. Суйын һауытта 30 минут томалап бешерергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас