Интернет селтәрендә бер апайҙың бик күп ҡул эштәрен сағылдырған матур ғына фотоларына тап булдым. Хайран ҡалып ҡарап ултырғандан һуң, оҫтабикә менән танышыу, ҡул эштәрен фото аша түгел, ә барып күреү теләге тыуҙы. Ваҡиға оҙаҡ көттөрмәне. Яҙасаҡ мәҡәлә геройының ҡайҙа йәшәүен асыҡлағас, Әхмәр ауылына эш сәфәре менән барғанда юл ыңғайы, ул йәшәгән йортҡа юлландым. Ишек төбөнән, юҡ, хатта тупһанан үк был өйҙә ҡул эше оҫтаһы йәшәгәне күренә ине: сағыу төҫтәге бик матур балаҫтар мине тупһанан өйгә ингәнсе оҙатып барҙы.
Мин барғанда ла Венера апай сираттағы ҡул эше менән мауыға ине. Уның тилбер ҡулдарына ҡарап хатта күҙ ҙә эйәрмәй. Ыҡсым, ҡотло ғына йорт бай күргәҙмәне хәтерләтте, оҫтабикәнең оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күҙ яуын алырҙай бик күп ҡул эштәре менән шөғөлләнеүе һоҡландырҙы. «Бынамын тигән ҡул эше оҫтаһы!» - тип бушҡа һоҡланмаған икән уның эшен күреүселәр, тигән уй үтте баштан.
Әхмәр ауылында йәшәүсе Венера Сабирйән ҡыҙы быйыл үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын ҡаршылаған.
Ул 1945 йылдың 1 октябрендә Абҙаҡ ауылында тыуған. Урындағы мәктәптә 6 класс белем ала. Артабан уҡыу мөмкинлеге булмай, 16 йәшенән колхозға быҙау ҡараусы булып эшкә төшә. Бер йылдан ошо уҡ ауыл егете Марат Хәсән улы менән ғаилә ҡоралар. Ике ҡыҙ һәм ике улға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра Сөйөшевтар.
«Ҡул эштәре менән ҡасандан бирле мауығаһығыҙ?» - тип һораным Венера Сабирйән ҡыҙынан.
«Бала саҡтан тегергә, сигергә яраттым. Ә 14 йәштән был шөғөлгә ныҡлап тотондом. Ырғаҡ менән эшләй башланым. Кейәүгә сығып, балалар булғас, уларға күлдәк, салбар тектем, ойоҡбаш, бейәләйҙән башлап, кофтаға тиклем бәйләп кейҙерҙем. Сөнки, беренсенән, был минең яратҡан шөғөлөм булһа, икенсенән, ул ваҡыттарҙа магазиндар әҙ , һатыуҙа кейемдәр хәҙерге һымаҡ күп булманы», - тине ул.
Венера Сабирйән ҡыҙы балаларына йәки берәй туғанына бер нисә көнгә ҡунаҡҡа барһа, үҙе менән һәр ваҡыт пряжа, энә-ырғаҡтарын да ала.
«Әсәйем шул тиклем ҡул эштәре менән булышырға ярата. Беҙҙәге диван ябыуҙары, бәләкәй яҫтыҡтар, балаҫтар, кухнялағы сәйнүк, таба аҫтына ҡуйылған махсус ҡулланмалар - барыһы ла уның ҡул эше. Нимәлер эшләр булһа, интернеттан ҡарамай, ә үҙ фантазияһын эшкә егә. Һау ғына булһын. Тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, донъяның тик матурлығын күреп йәшәгән ҡәҙерлебеҙгә һоҡланабыҙ», - тине ҡәҙерле әсәһе тураһында ҡыҙы Айгөл.
Эйе, иңгә-иң терәп матур итеп йәшәп ятҡанда, 48 йәшендә генә тормош иптәше Марат Хәсән улы мәрхүм була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике улын да ер ҡуйынына һала әсә. Оло ҡайғыларҙы ла ул ҡул эштәре менән баҫа. Үҙ ҡулдары менән тыуҙырған иҫ китмәле матур түшәк, яҫтыҡ, диван ябыуҙарын балаларына, ейән-ейәнсәренә генә түгел, яҡындарына ла бүләк итә. Ул сағыу балаҫтарҙы төрлө фигураларҙа эшләй. Хатта айыу, өкө, ҡуян һәм башҡа йәнлектәр формаһындағылары ла бар. Ҡайһылары төҫлө пряжаларҙан булһа, ҡайһылары - сепрәктән.
«Муйыл ағасынан ҡалын итеп ырғаҡ эшләп алдым. Балаларҙың бәләкәсәйгән, йәиһә кейергә яраҡлы булмаған кейемдәрен әрәм итеп ташларға ашыҡмайым, ә уларға яңы һулыш индерәм, йәғни матур итеп ҡырҡып, ырғаҡ менән иҙәнгә түшәргә балаҫтар бәйләйем. Яратҡан был шөғөлөм миңә бары тик ял бирә», - тине уңған, дәртле хужабикә.
Ҡул эше - зауыҡлы ижад һанала. Матурлыҡты күңел күҙе менән күрә, тирә-йүндәгеләргә еткерә белгән Венера Сабирйән ҡыҙының тилбер ҡулдарына күҙ теймәһен!
Альбина БАЙЕГЕТОВА.