Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
30 Декабрь 2025, 17:20

Ял көндәрендә яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек

Ҡышҡы каникулға сығып, барыбыҙ бергә-бергә ял иткәндә тәмле ризыҡ әҙерләйек. Ҡаҙҙы эсле-тышлы тоҙ менән ышҡыйбыҙ. Унан майонез йәки ҡаймаҡҡа 3-4 тырнаҡ һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп, үҙегеҙ яратҡан приправаларҙы һалып болғатабыҙ (ныҡ ваҡ итеп туралған укроп ҡына һалһаң да тәмле була). Ошо соусты ҡаҙҙың эсе-тышына яҡшылап һылайбыҙ. Һәм ҡаҙҙы 5 – 6 сәғәт һалҡын урынға ҡуябыҙ. Артабан ҡаҙҙың эсенә ярым бешкән картуф һәм чернослив һалабыҙ. Һалмаһаң да, ҡаҙ тәмле була. Ҡаҙҙы урарға ҡамыр әҙерләйбеҙ. Билмәнгә әҙерләгән кеүек сөсө ҡамыр булырға тейеш. Унан ҡаҙҙы шул ҡамырға яҡшылап төрөп, табаға һалабыҙ. Духовкала 2 сәғәт самаһы бешә. Иҫ киткес тәмле була. Уның ите лә, ҡамыры ашап туйғыһыҙ килеп сыға. Тултырылған ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ рецебы сайтта 

Ял көндәрендә яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек
Ял көндәрендә яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек

Тултырылған ҡаҙ

Уртаса ҙурлыҡтағы ҡаҙҙы 5 – 6 сәғәт тоҙло һыуҙа тотабыҙ. Бының өсөн 10 литр йылы һыуға 1 ҡап тоҙ алына. Ҡош түшкәһен салфетка менән ҡоротоп, уға маринад һөртәбеҙ.

Маринад: 1 әфлисун һуты, 2-3 аш ҡалағы соя соусы, 1 аш ҡалағы гәрсис, 2 балғалаҡ бал ҡатнашмаһын ҡаҙға эсле-тышлы һөртөп, уны 1 сәғәткә һыуытҡысҡа алып ҡуябыҙ.

Бешерер алдынан уның эсенә ҡара емеш, йәшел алма тултырабыҙ ҙа, асыҡ урынын тегеп йәки шырпы менән бер нисә урындан эләктереп ҡуябыҙ. Эслек төрлө, үҙегеҙгә оҡшағанса булыуы бар.

Махсус ҡапсыҡҡа йәки фольгаға төрөп, духовкаға оҙатабыҙ. Тәмле ризыҡ 180-200 градус ҡыҙыулыҡта бер сәғәт ярым тирәһе бешә. Бешеп сығырға ярты сәғәт ҡала өҫтө ҡыҙарһын өсөн ҡапсыҡты асырға кәрәк. Маринадта оҙағыраҡ тотһағыҙ, ҡаҙығыҙ тәмлерәк булыр.

Тултырылған өйрәк

Бер өйрәк, 4-5 алма, 50 грамм грек сәтләүеге, 50 грамм йөҙөм, 1 балғалаҡ дәрсен (корица), 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 1 балғалаҡ ҡара борос, 1-2 балғалаҡ ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән имбирь, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы лимон һуты, самалап тоҙ кәрәк була.

Йыуып киптерелгән өйрәкте эсле-тышлы тоҙ менән ышҡып сығабыҙ. Лимон һуты, имбирь, иҙелгән һарымһаҡ, борос, үҫемлек майын ҡушып, бергә болғатабыҙ. Уның менән өйрәктең эсен-тышын һөртөп сығабыҙ. Алмаларҙың эсен алып ташлап, 4 өлөшкә бүләбеҙ. Уға ваҡланған грек сәтләүеген, йөҙөмдө, дәрсенде ҡушып болғатабыҙ һәм өйрәктең эсенә һалабыҙ. Эслек тышҡа сыҡмаһын өсөн ярылған урынды теш таҙартҡыстар менән беркетәбеҙ йә тегеп ҡуябыҙ.

Артабан өйрәкте бешереү өсөн махсус шыптыр эсенә һалабыҙ һәм бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Уны оҙағыраҡ тотҡан һайын  яҡшы итеп маринадлана һәм ите йомшаҡ, тәмле була.

Духовканы 200 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ ҙа өйрәкте 75 минут бешерәбеҙ. Унан ипләп кенә алып,шыптырҙан сығарырға ла яңынан духовкала тышы алланғансы тағы 15-20 минут тотабыҙ.

Тултырылған тауыҡ

Тауыҡ ите туң булмаҫҡа тейеш. Тәүҙә уға эсле тышлы тоҙ һәм ҡара боросто ышҡып һөртәбеҙ. Эслек әҙерләгәнсе тауыҡты шыптырға һалып торабыҙ.

Эслек өсөн 100 г рис йә ҡарабойҙай ярмаһын алырға була. Уны ярым бешереп алабыҙ. Артабан уға ҡыҙҙырылған бәшмәкте ҡушып болғатабыҙ.

Тауыҡтың эсенә эслекте һалабыҙ. Тауыҡтың тышып ике тырнаҡ һарымһаҡ ҡушылған майонез йәки ҡаймаҡ менән яҡшылап һөртәбеҙ. Тауыҡты фольгаға төрөп, ҡыҙған духовкала 1 сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Унан фольгаһын алып тағы 10 минут духовкала тотабыҙ.

Ҡамырға төрөп бешерелгән ҡаҙ

Ҡаҙҙы эсле-тышлы тоҙ менән ышҡыйбыҙ. Унан майонез йәки ҡаймаҡҡа 3-4 тырнаҡ һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп, үҙегеҙ яратҡан приправаларҙы һалып болғатабыҙ (ныҡ ваҡ итеп туралған укроп ҡына һалһаң да тәмле була). Ошо соусты ҡаҙҙың эсе-тышына яҡшылап һылайбыҙ. Һәм ҡаҙҙы 5 – 6 сәғәт һалҡын урынға ҡуябыҙ. Артабан ҡаҙҙың эсенә ҡаҙҙың эсенә ярым бешкән картуф һәм чернослив һалабыҙ. Һалмаһаң да, ҡаҙ тәмле була.

Ҡаҙҙы урарға ҡамыр әҙерләйбеҙ. Билмәнгә әҙерләгән кеүек сөсө ҡамыр булырға тейеш. Унан ҡаҙҙы шул ҡамырға яҡшылап төрөп, табаға һалабыҙ. Духовкала 2 сәғәт самаһы бешә. Иҫ киткес тәмле була. Уның ите лә, ҡамыры ашап туйғыһыҙ килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 


 

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас