Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
28 Декабрь 2025, 12:05

Яңы йыл табынына

Бешкән бер түшкә тауыҡ итен ваҡ итеп турайбыҙ. Уға туралған ике бешкән йомортҡа,  ҡырғыста ҡырылған 50 г сыр, 1 тырнаҡ һарымһаҡ ҡушылған 4-5 ҡалаҡ майонез яҡшылап болғатабыҙ. Уларҙан йомроҡастар әүәләйбеҙ. Уларҙы ваҡланған сәтләүектәрҙә тағы бер әүәләп алабыҙ ҙа,  салатницаға һалып, өҫтөн биҙәйбеҙ.  Ябай итеп әҙерләнгән был  салат бик тәмле һәм өҫтәлгә йәм биреүе менән айырылыр. Тағы ла шундай уҡ тәмле салаттар

Ҡатлы салат

Баштан уҡ бер матур ғына бер порция булырлыҡ һауыт алабыҙ. Иң аҫтына үҙегеҙгә оҡшаған тоҙло балыҡты турап һалығыҙ. Унан өҫтөнә туралған һуған һалып, өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Артабанғы ҡаттар: бешкән кишер һәм картуф. Тағы майонез. Унан йомортҡаның ағын, унан һарыһын һалабыҙ. Унан бешкән сөгөлдөр һәм өҫтөнә майонез һылайбыҙ Ә иң өҫтөнә ҡыҙыл икра.

Ыҫланған тауыҡтан

Ыҫланған тауыҡты турайбыҙ. Ул салаттың иң аҫҡы ҡаты буласаҡ. Салатты балдаҡ формаһында әҙерләгеҙ матур булһын өсөн. Бының өсөн ҙур тарелка уртаһына 0.5 банка ултыртып, ингриденттарҙы уның тирәләй һалырға була. 

Тауыҡ өҫтөнә ҡыяр турап һалабыҙ. Унан өҫтөнә әҙерәк майонез һылайбыҙ. 

Унан маринадланған бәшмәк. 

Унан йомортҡаның ағын һәм һарыһын. 

Өҫтөн матур итеп биҙәйбеҙ. 

Ҡыҙҙырылған һыйыр итенән

Һыйыр итен һуғанға ҡушып ҡыҙҙырабыҙ. 

Уға ҡыяр, болгар боросон турап ҡушабыҙ. 

Соевый соус менән болғатып,  ярты сәғәт ҡапҡас менән ҡаплап торабыҙ. Унан салатницаға һалабыҙ. 

Етеп килгән Яңы йыл менән!

 

 

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас