Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
5 Август 2025, 12:18

Уңған баҡсасы

Таулыҡайҙар ауылдаштары Сания инәй Ҡыуатованы уңған баҡсасы тип белә...

Таулыҡайҙар ауылдаштары Сания инәй Ҡыуатованы уңған баҡсасы тип белә. Уның баҡсаһында ниндәй генә емеш ағастары юҡ. Ҡарағат, малина, балан, абрикос, виноград, алма ағастары тырыш хужабикәне йыл һайын мул уңышы менән һөйөндөрә. Ул төрлө ағастарҙың үҫентеләрен баҙарҙан, ә ҡайһы берәүҙәрен хатта почта аша яҙҙырып алып ултыртҡан. "Улар матур итеп үҫеп китһен, күп емеш бирһен өсөн өсөн элегерәк Һаҡмар йылғаһынан һыу ташып ҡойҙом, хәҙер ҙә ҡарап тәрбиәләп кенә торам", - ти ул. Инәйҙең күңел йылыһы һалып әҙерләгән ҡайнатмалары, компоттары ла бик тәмле була.
Тынғыһыҙ, дәртле баҡсасыға уңыштар, сәләмәтлек, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйбеҙ.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас