-4 °С
Болотло
ҠАМЫР ӨСӨН КӘРӘК БУЛАСАҠ:
1 йомортҡа, бер стакан кефир,бер стакан шәкәр,10 г разрыхлитель, 1,5 стакан он. Мин бынан тыш ҡамырға мәк өҫтәнем. Булған ингредиенттарҙы ҡушып, майланған формаға ҡойорға (диаметры20см.) һәм 180-200 градуста яҡынса 30-40 минут бешерәбеҙ.
КРЕМ:
1 стакан һөт
1 йомортҡа
1 стакан шәкәр
3 аш ҡалаҡ муки
100 г аҡ май
⠀
Йомортҡаларҙы шәкәр һәм он менән ҡушып,һөт өҫтәп, тажы менән яҡшы болғарға.Бәләкәй генә утҡа ҡуйырға һәм ҡуйыланғансы бешерергә, болғап торорға. Һыуытырға. Йомшаҡ майға 4 аш ҡалағы ҡуйыртылған һөт өҫтәргә һәм һыуыған ҡайнатылған крем өҫтәп, тағы бер тапҡыр ю
яҡшы итеп болғарға. Тәме крем брюле кеүек килеп сыға.
Ә беҙҙең төркөмдә шоколад тортын бешереү рецебы бирелгән. Тәмле булһын!