-2 °С
Ҡар
5 кг помидор, 4 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг әскелтем алма, 1 литр көнбағыш майы, 300 г һарымһаҡ, 200 г шәкәр, 5-6 уртаса ҙурлыҡтағы әсе борос, 300 г петрушка (мотлаҡ түгел, ҡушмаһаң да була), самалап тоҙ алына.
Бөтә йәшелсәләрҙе лә ит турағыс аша үткәрергә. 40 минут быҡтырып бешерергә. Алдан стерилләп әҙерләнгән быяла банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән нығытырға, түңкәреп ҡуйып, томалап, һыуытҡансы тоторға. Ҡыш буйы һалҡынса баҙҙа һәйбәт һаҡлана.