Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
23 Август , 14:35

Ҡышҡыллыҡҡа рассольник

Мин бына ошо рецепт буйынса ябам. Һабаҡта ҡалған ваҡ йәшел помидорҙар менән. Бик тәмле була.Рецептта - йәшел ҡыяр, әммә мин уның урынына йәшел помидор һалам. Ҡыяр менән әскелтем булмай ул. Кемгә нисек оҡшай, шулай ябырһығыҙ.Кәрәк:Йәшел помидор (йәки ҡыяр) - 3 кг, ҡыҙыл помидор - 1,5 кг, һуған - 1 кг, кишер - 1 кг (ҡырғыс аша үткәрергә), перловка - 0,5 кг (айырым бешерергә һәм һуңынан ҡушырға), тоҙ - 2 аш ҡалағы, шәкәр - 4 аш ҡалағы, уксус - 0,5 стакан, үҫемлек майы - 0,5 стакан, һыу - 0,5 стакан.Эш барышы:

Мин бына ошо рецепт буйынса ябам. Һабаҡта ҡалған ваҡ йәшел помидорҙар менән. Бик тәмле була.

Рецептта - йәшел ҡыяр, әммә мин уның урынына йәшел помидор һалам. Ҡыяр менән әскелтем булмай ул. Кемгә нисек оҡшай, шулай ябырһығыҙ.

Кәрәк:
Йәшел помидор (йәки ҡыяр) - 3 кг, ҡыҙыл помидор - 1,5 кг, һуған - 1 кг, кишер - 1 кг (ҡырғыс аша үткәрергә), перловка - 0,5 кг (айырым бешерергә һәм һуңынан ҡушырға), тоҙ - 2 аш ҡалағы, шәкәр - 4 аш ҡалағы, уксус - 0,5 стакан, үҫемлек майы - 0,5 стакан, һыу - 0,5 стакан.

Эш барышы:

Барыһын бергә 20-30 минут бешерергә, шунан перловка ҡушырға һәм тағы 10 минут бешерергә. Стериль банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйырға. Ҡышҡа бынамын тигән әҙер аш.

Рецепт @bakchada_tatarstan_sad аккаунтынан алынды.

Ҡышҡыллыҡҡа рассольник
Ҡышҡыллыҡҡа рассольник
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: