3 кг ҡыяр,
2 ҡалаҡ ваҡ ҡына туралған һарымһаҡ (ҡырғыстан үткәрергә мөмкин),
2-3 аш ҡалағы туралған укроп,
1 стакан шәкәр ҡомо,
1 стакан көнбағыш майы,
1 стакан 9 процентлы уксус,
2-3 аш ҡалағы тоҙ
Ҡыярҙарҙы кемгә нисек оҡшай, шулай турайбыҙ, бөтә ингредиенттарҙы һалып бутап, 5-6 сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Шул ваҡыт эсендә бер нисә тапҡыр бутап алабыҙ.
Шунан таҙа итеп аш содаһы менән йыуылған банкаларҙы эҫе һыуҙа сайҡатып, киптереп, ҡыяр салатын тултырабыҙ ҙа ҙур бакка һыу эсенә банкаларҙы теҙеп сығабыҙ. Утҡа ҡуйып ҡайнап сыҡҡас, 15 минут тотабыҙ, ҡапҡастар менән ныҡлап ябып, түңкәреп ҡуябыҙ. Ҡышҡылыҡҡа кетерләп торған, йәй тәме килеп торған ризыҡ әҙер.
* * *
3 кг ҡыяр (ярымҡулса)
500 г һуған (ярымҡулса)
200 г һарымһаҡ (ваҡлап турарға)
1 стакан шәкәр ҡомо
3 аш ҡалағы уксус эссенцияһы
ярты стакан тоҙ
ярты стакан көнбағыш майы
1 аш ҡалағы ҡара борос
Барыһын да бергә бутап, төнгөлөккә ултыртып ҡуябыҙ. Иртәнсәк таҙа банкаларға (стерилләмәһәң дә була) һалып, капрон ҡапҡас ябабыҙ. Һалҡын урында хатта йылдан артыҡ та бына тигән һаҡлана.