Бөтә яңылыҡтар
Уңған хужабикә
7 Июль , 08:17

Ҡыярҙы еңелсә тоҙлауҙың

иң еңел һәм иң файҙалы ысулы

1кг ҡыярға 1 л Ессентуки һыуы, 2 аш ҡалағы тоҙ, тәме оҡшағанса һарымһаҡ, укроп алына

Ҡыярҙарҙың ике яҡ осон ҡырҡабыҙ ҙа, укроп менән һарымһаҡты аралаштырып һалабыҙ. Унан минераль һыу (ул ҡайнап, бызырлап китәсәк, шулай булырға тейеш) менән тоҙҙо өҫтәйбеҙ. Артабан тоҙланған ҡыярҙы һыуытҡысҡа бер тәүлеккә ҡуябыҙ. Тоҙлау өсөн ҙур булмаған йәшелсәне алығыҙ. Минераль һыуҙа әҙерләнгән ҡыярҙың тәме барыһын да хайран ҡалдырасаҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: